Баймаҡ районында Дан орденының тулы кавалеры, ҡаһарман яҡташтары Әҙеһәм Әлибаевтың туҡһан йыллығы билдәләнде 28.04.2015

Ошо уңайҙан батырҙың тыуған ауылы Йомашта һәм күсеп төпләнгән Муллаҡайҙа хәтер һәм ҡәҙер кисәләре уҙҙы, таҡтаташ асылды, ҡәберенә зыярат ҡылынды.

Баймаҡ районының Йомаш ауылында арҙаҡлы яҡташтары, Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың исеме һәр ғаиләлә ҙур ғорурлыҡ менән телгә алына. Батыр рухы  уның мөһабәт һыны ҡуйылған майҙанда, 1995 йылдан уның исемен  йөрөткән мәктәптә һәм үҙҙәрен йәш әлибаевсылар тип атаған бәләкәс кенә йөрәктәрҙә лә мәңгелеккә уйылған. Батырҙың юбилейында ғына түгел, ябай көндәрҙә лә изге урынға кеше өҙөлмәй.  
Егерме  генә йәшендә яуҙа оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән герой,  һуғыштан  ауыр яралар менән ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан,  Темәс педучилищеһын, һуғынан ситтән тороп Магнитогорск пединститутын тамалай. Ҡыҙғанысҡа,  дипломын да алып өлгөрмәй - яраларҙан уңала алмаған ир, 26 йәштә вафат була. Донъялыҡта геройҙың биш йыл ғына бәхетле ғүмер кисереп өлгөргән мәңгелек мөбәббәте – Елизавета -Сөйөмбикәһе һәм ике ҡыҙы ҡала. Ғаилә герой иҫтәлеген бик ҡәҙерләп һаҡлай.      
Үҫмер сағында күсеп килгән Муллаҡай ауылында ла геройҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар. Ошо ауылда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәгән батыр өсөн  Муллаҡай икенсе тыуған йортона әйләнә. Әҙеһәм Әлибаев ошонда ерләнә. Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығы уңайынан Муллаҡай мәктәбендә Әҙеһәм Әлибаевҡа таҡтаташ ҡуйылды.
Әҙеһәм Әлибаев эшләгән иҫке мәктәп бинаһы ауылда әле лә һаҡланған. Ошонда ул уҡытыусы, һуңынан һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры була. Ҡыҙғанысҡа, ҡәһәрле һуғыш яралары уның ғүмерен бик иртә өҙә. Әммә герой исеме үлемһеҙ. Йыл һайын  Еңеү көнөндә уның ҡәбере тере сәскәләргә күмелә. Герой һәм уның меңдәрсә замандаштары яулаған тыныслыҡ сәскәләренә.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика