Баймаҡ районында бынан ике йыл уҡытыусы-яугирга һәйкәл асылғайны

Баймаҡ районында бынан ике йыл  уҡытыусы-яугирга һәйкәл асылғайны 09.05.2017

Быйыл  Енеү байрамы алдынан ундағы  исемлек тулыһынса  эшләнеп бөттө. Төрлө йылдарҙа төбәктән фронтҡа китеп ҡайтмаған һәм тыныс тормошта мәғариф системаһында хеҙмәтен дауам иткән  һуғыш ветерандарынын иҫтәлеген мәңгеләштергән скульптура бөтә уҡытыусыларға хөрмәт билдәһе булып тора.

Бөйөк Ватан һугышы кешене милләткә, һөнәр айырмаһына бүлмәй. Был ҡанлы һуғышта тыуган ерен һакларга тип табип та ,  таусы ла, эшсе лә укытыусы ла , яҙыусы ла кулына корал тота. Баймак районынан гына һугышта якынса 300 гә  укытыусы катнаша. Уларҙын  анык исемлеге әле лә асыкланыу өстөндә.  Шуларҙын береһе, үҙе тере сагында ук исеме ташка басылган  Ишбулды Сабитов бөгөн дә  исән һау, дәүләт бүлгән ветеран йортонда көн итә.  Кисә уга  9 сы май байрамы алдынан үткәрелгән сарага сакырыу калдырып киттеләр. 93 йәшлек ветеран һугыштын тәүге көндәрендә ук яуга барып эләгә. Курск дугаһы алыштарында,  Киев калаһын азат итеүҙә катнаша. Ул Кыҙыл Йондоз, беренсе дәрәжә Ватан ордендары менән бүләкләнгән.
Уҡытыусы яугир хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдә Ишбулды Сабитовтын исеме  тора. Тағы ла ике ветеран Зәбих Нәуширбанов һәм Йосоп хәлитовка   үҙҙәре тере сағында уҡ һәйкәл ҡуйылған. Әйткәндәй Зәбих Нәүширбанов үҙенен исемен рейстахҡа ла яҙып ҡалдыра.Бөйөк енеүҙе ул Берлинда ҡаршылай.    
Быйыл райондын мәғариф бүлеге  уҡытыусы һәйкәленә яҙылган  исемлекте теүәлләп ҡуйҙы. Шулай ҙа эҙләнеү дауам итә.  Сөнки яуға киткән уҡытыусылар һаны бынан да куберәк булыуы ихтимал.Ошога тиклем бында таш стелла ғына ҡуйылған, хәҙер иһә   Стелла һәйкәлден ике яғына ике китап урынлаштырылған, унда  исемлек яҙылган.  
Районда ҡуйылған күп кенә һәйкәл, стеллаларҙын авторы урындағы оста Фаяз Ғәбиҙуллин. Төбәктә уны тиҫтәгә якын эше бар.  Ҡулына ҡорал тотоп һуғышка киткән барлыҡ уҡытыусыларҙын исемен мәңгеләштергән был  һәйкәл   совет һалдатынын  ҡаһарманлык өлгөһө  булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика