Баймаҡ районында Башҡорт йәштәре форумы үтте 27.06.2016

Республика йәштәре генә түгел, күрше төбәк вәкилдәре ҡатнашҡан йыйында күңел асыу сараларынан тыш, көнүҙәк мәсьәләләргә арналған түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Тамашасы иғтибарына традицион, милли уйындар тәҡдим ителде. Улар бигерәк тә республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәреюбеҙ күңеленә хуш килде.

Иғтибар үҙәгендә - "Ылаҡ" уйыны. Ул бер яҡтан ят, икенсенән ҡыҙыҡлы ла тойолған ярыш борондан килеүе менән үҙенсәлекле. Тик ул башҡорттарҙа онотолған милли уйындар исемлеген биләй. Нисәмә йылдар, нисәмә быуын вәкилдәре күреп-белеп үҫмәгән уйын, былтыр ниһайәт, Баймаҡ ерендә "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә тергеҙелә. Башланғысты артабан Ҡырмыҫҡалы районы беренсе республика халыҡ "Уйын" байрамы сиктәрендә күтәреп алды.

"Ат ене" ҡағылыуын Урал аръяғы халҡы яҡшы белә. Юҡҡа ғына сарала атҡа бәйле тиҫтәләп ярыш уҙғарылманы. Ул ат өҫтөндә оҫта йөрөү, юртаҡтар ярышы, шулай уҡ билдәле бер арауыҡҡа һыбай сабып килеп, уҡтан атыу ҙа ситтә ҡалманы.

Әлбиттә, сара гел уйын-көлкөгә генә ҡоролманы. Йәштәр төрлө өлкә белгестәре менән берлектә түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Проблемаларҙы сисеү юлдарын барланы. "Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге"нә арналған ултырышта мәҫәлән, әлеге һәм үҫеп килеүсе быуынды борсоған һорауҙар күтәрелде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ике тиҫтә йылдан ашыу эшмәкәрлеге осоронда бик күп үҙгәрештәр кисерҙе. Ҡоролтай ғөмүмән, идеологик тәрбиә биреү, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау, үҫтереү эшендә ҙур роль уйнай. Был йәһәттән төрлө йыйындар, байрам саралары уҙғарыла. Улар һуңында резолюция ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа, барыһы ла тормошҡа аша тип әйтеп булмай. Сөнки...

Шуға ла милләттәштәрҙе берләштереү төп мәсьәлә булып ҡала. Берләшкән осраҡта ғына килеп тыуған проблемаларҙы, бергәләп хәл итергә мөмкин буласаҡ тиелде беренсе асыҡ йәштәр форумында. Нигеҙ һалынды. Баймаҡ ерендә үткән йыйында Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ойошмаһы барлыҡҡа килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика