Баймаҡ районында балаларҙы тәрбиәгә һәм ҡурсалауға алған ғаиләләр өсөн «Өмөт» клубы эш башланы

Баймаҡ районында балаларҙы  тәрбиәгә һәм ҡурсалауға алған ғаиләләр өсөн «Өмөт» клубы эш башланы 25.11.2016

Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ғаиләләренә ҡабул иткәндәрҙе берләштергән клуб форумы Әсәйҙәр байрамы алдынан ойошторолдо.

Бөгөн ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар, социаль етемлек-йәмғиәтебеҙҙе борсоған проблемаларҙың береһе. Ҡыуанысҡа, төрлө шарттарҙа тормош һынауына ҡалған балиғ булмағандарҙы үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләүселәр етәрлек. Һуңғы йылдарҙа ғына районда 246 бала йөҙгә яҡын ғаиләгә урынлаштырыла, етем ҡалған балаларҙың иҫәбе  лә кәмей. Әлбиттә, тәрбиәгә алған ата-әсәләр ҡыйынлыҡтарға ла дусар була, әммә балаға һөйөү быны еңер сығырға мөмкинлек бирә.
Балаларҙы ҡурсалауға алған ғаиләләрҙе  берләштереп, проблемаларын бергә хәл итеү, уларҙы йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу маҡсатында Өмөт клубы эш башланы. Клуб, тәү сиратта,  ғаиләгә ҡурсалауға алған балалар менән килеп тыуған төрлө яҡлы һорауҙарҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тота.
Әсәләр көнө байрамы алдынан уҙғарылған форумда яҡшы һөҙөмтәләргә  өлгәшкән әсәйҙәр тәбрикләнде, балалар тарафынан концерт номерҙары башҡарылды. Ҡурсалауға алған ғаиләләрҙә башлыса, кәмендә ете-һигеҙ бала тәрбиәләнә. Уларҙың һәр береһенә, үҙ балаларыңдан айырмай, ата-әсә йылыһын һәм иғтибарын тигеҙ өләшеү, дөрөҫ тәрбиә биреү -тик оло йөрәкле кешеләргә генә хас.
Һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы. Әммә  тормоштоң ғәҙелһеҙлеге  күп кенә кескәй йөрәкле сабыйҙарҙы урап үтмәй. Бала саҡтан улар оло  һынауға дусар була. Шундай саҡта ғәйепһеҙ балаларҙы ҡурсалауға  алырға ризалашҡан, уларға ата-әсә мөхәббәтен биргән ғаиләләр күберек булһын ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика