Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иғтибар үҙәгендә 05.05.2017

Уларға  тимур командалары ярҙам ҡулы һуҙа, ведомство предприятиелары ҡотлау һүҙҙәре, байрамға саҡырыу ҡағыҙҙары еткерә. Еңеү көнө алдынан Баймаҡ  районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе һуғыш  ветераны Хажғәле Рысмөхәмәтов та ҙур бүләк алып һөйөндө.

Мерәҫ ауылында йәшәүсе Хажғәле Ырыҫмөхәмәтов быйыл Бөйөк Еңеүҙең 72  яҙын ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылай. Уға урындағы предприятие  бүләк эшләне, яңы мунса һалып бирҙеләр. Һуғыш башланғанда 16 йәш кенә булған егет 18-ҙе тулыуға 4 ай ҡалғас, 1943 йылдың ғинуарында армия сафына алына.  Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарынан был ваҡытта 12 егет китһә, 2  генә әйләнеп ҡайта.   Шыуышып, йөҙөп, имгәкләп тигәндәй, дошман менән йөҙгә-йөҙ килеп ҡаршы алырға  тура килде, тип хәтерләй ул йылдарҙы ветеран. Хажғәле Рысмөхәмәтов Еңеү яҙын  Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршы ала. Оло ҡайғыларҙы күрһә лә, Хажғале Рысмөхәмәт улы бирешмәй, хәҙерге көндә лә бик бәхетле йәшәй. Тағы ла ветеран «Хәрәкәттә – бәрәкәт»- тип, спорт менән  дә шөғөлләнә.  Әлбиттә, был уның сәләмәтлегенә яҡшы яҡтан ғына тәьҫир итә.
Әйткәндәй, ветеран үҙе бик тә мунса төшөргә ярата.  Уның мунсаһы иҫкереү  сәбәпле, ҡыҙы  етәкселәргә мөрәжәғәт итә һәм был мәсьәләне шунда уҡ  хәл итәләр. 9 май алдынан   ветеранға  оло бүләк булды.  Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре  яңы мунса бураны. Бураның яҡшы, сифатлы булыуы олатайҙың шатлығын  тағы ла тулыландырҙы. Ул  киләсәк йәш быуынға аяҙ, бәхетле көндәр теләне.
Йылдан - йыл  беҙгә аяҙ күк йөҙө бүләк иткән ветерандарыбыҙ кәмей. Шуға күрә уларға ваҡытында ҡәҙер күрһәтеп өлгөрөргә кәрәктер. Сөнки һәр ветеран иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Беҙ уларға мәңге бурыслы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика