Баймаҡ районында «Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды

Баймаҡ районында «Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды 13.09.2014

Сәләмәт тормошто пропагандалаған республика конкурсында төбәктең  туғыҙ ауылы ҡатнашырға теләк  белдергән. Улар араһында Ниғәмәт һәм Үрге Яйыҡбай ауылдары  ла бар.

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар  йылдан-йыл арта. Ниғәмәттәр ҙә  конкурсҡа  дәррәү ҡушылды. Әле ауылда 900 ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе - оло һәм урта йәштәгеләр, ә йәштәр эшһеҙлек арҡаһында йыш ҡына ситкә китә. Айыҡ тормош алып барыу йәһәтенән урындағы ағинәйҙәр менән аҡһаҡалдар ғәйәт ҙур эштәр башҡара
Акцияға ҡушылыу менән урындағы сауҙа нөктәләрендә, айырыуса йома көндәре алкоголле эсемлектәр һатыу тыйылған.
Сәләмәт тормошҡа әйҙәүҙә иман йортоноң да роле ҙур. Ниғәмәт ауылы мәсете имам-хатибы Сәлих хәҙрәт Кәримов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта дин юлына баҫыусылар арта. Бигерәк тә йәштәр иманға тартыла, мәсеткә йөрөй.
Конкурста ҡатнашырға үрге яйыҡбайҙар ҙа ҡуш ҡуллап риза була. Акция иғлан ителеү менән сауҙа нөктәләрендә һатылған  спиртлы эсемлектәр бөтөнләй юҡҡа сыға.
Ауылда үҙ эшен асып, тырышып донъя көтөүселәр - барыһы өсөн дә өлгө. Айыҡ тормошҡа аяҡ баҫыу һоҡланғыс замандаштарыбыҙ сафын тағы ла ишәйтер. Конкурс ҡуйған изге маҡсат та бит тап шуға нигеҙләнгән.
Вилә Сәйетова  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку