Баймаҡ районы урмансылары 29 август көнө көслө дауылда зыян күргән Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарындағы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙҙы

Баймаҡ районы урмансылары 29 август көнө  көслө дауылда зыян күргән  Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарындағы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙҙы 11.09.2014

Ошо көндәрҙә улар ҡаза күреүселәргә ағас кәрәк-яраҡтары оҙатты.

Республиканың төньяҡ-көнбайышына килгән бәлә Баймаҡ районы вәкилдәрен дә битараф ҡалдырманы. Ҡазаға тарығандарға тәү башлап шәхси эшҡыуарҙар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар - Ишейҙән Анатолий Филин, Темәстән Рәмил Солтанов, Сәксәйҙән Радмир Ирназаров һәм Баймаҡ урмансылар берлеге - ағас әҙерләп оҙатыу ҡарарын ҡабул итте.
Анатолий Филин, шәхси эшҡыуар: «Зыян күреүселәргә ихлас күңелдән ярҙам итәбеҙ. Республика етәкселеге лә бәләгә тарыусыларҙы яңғыҙ ҡалдырманы. Бынан тыш, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ тармағына ярҙам өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Шуға күрә мохтаждарға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ».
Был райондарға һәр эшҡыуар 8 кубометр таҡта оҙатты, сөнки әлеге мәлдә ҡаза күреүселәр тап ошондай ярҙамға мохтаж. Унда йорттар төҙөлөшөнә материалдар талап ителә. Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Баймаҡтан 59 кубометр ағас тейәп оҙатыу хәтһеҙ ваҡытты алһа ла, күршеләргә ярҙам итеү бындай ғына ауырлыҡтарҙы аҡлай. Ағас эшкәртеүселәр ошо эште ихлас күңелдән башҡарҙы.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку