Баймаҡ ҡалаһында «Зарница» төбәк-ара хәрби-спорт уйындары уҙҙы

Баймаҡ ҡалаһында  «Зарница» төбәк-ара  хәрби-спорт уйындары уҙҙы 14.04.2015

Республиканың көньяҡ райондарынан 80-дән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан сара Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналды.

Совет осоро заманында барлыҡ балаларҙың яратҡан уйыны «Зарница» быйыл республика кимәлендәге хәрби-спорт ярыштары булараҡ ҡайтанан тергеҙелде. Тәүҙә ул район кимәлендә уҙҙы. Иң яҡшы командалар иһә, төбәк-ара ярыштарға йыйылды. Баймаҡта һигеҙ райондан, Сибай, Межгорье ҡалаларынан 14-15 йәштәге үҫмерҙәр көсөн һынап ҡараны. Уйындарҙы рәсми асыу тантанаһында район хакимиәте, мәғариф бүлеге, хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашыусыларҙы сәләмләп уңыштар теләне.
Тантанала хөрмәтле ҡунаҡтар - ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Йыһанур Маннапов менән Ишбулды Сабитовтар ҙа ҡатнашты. Һуғыш башланған йылы уларға ла ошо егеттәр кеүек ун биш кенә йәш тула. Йәшләй яу юлы, тән һәм йән яраһы алған ветерандар тарихтың был бите ҡабатланмауын теләне.
Уйын шарттары ҡәтғи - хәрбиҙәрсә сафта йөрөү, мылтыҡты һүтеп-йыйыу, сәпкә атыу, Граф күле янында тактик уйындар һәм егет-ҡыҙҙарҙың физик әҙерлеген һәр яҡлап тикшереү. Командалар ярыштарҙа һынатманы. Хәрби һәм физик әҙерлек йәһәтенән яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ярыштарға әҙерлек етди булды, ти уҡытыусылар.
Уйындың барлыҡ этаптары һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Баймаҡ районы командаһы еңде. Районды был юлы район конкурсы еңеүселәре - Темәс урта мәктәбе уҡыусылары яҡланы. Артабанғы призлы урындарҙы Сибай һәм Межгорье командалары яуланы. Башҡортостандың һигеҙ төбәгендә алдынғы урынды яулаған командалар иһә июндә үтәсәк республика ярыштарында  үҙен һынап ҡараясаҡ. Республиканың иң көслө командаһы Волга буйы федераль огругында, артабан еңгән осраҡта «Еңеү» исеме аҫтында үткән Бөтә Рәсәй финал уйындарында ҡатнашасаҡ.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку