Байдәүләттәр нәҫел тамырҙарын барланы

Байдәүләттәр нәҫел тамырҙарын барланы 08.07.2014

Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте.

Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына һәр кем тыуған ерен, тыуып үҫкән йортон һағынып ҡайтҡан. Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән тулы өҫтәлдәрҙә сынаяҡ ҡуйырлыҡ та урын юҡ. Ауылда йәшәүселәр ҙә, ситтән ҡайтыусылар ҙа байрам өҫтәлдәрен әҙерләүҙә берҙәй әүҙем ҡатнашҡан. Ауылдаштар араһында Ҡунаҡҡоловтар нәҫеле лә бар. Ата-әсәләренең күптән баҡыйлыҡҡа күсһә лә, балалары тыуған нигеҙҙәрен онотмай, аҙна һайын ҡайтып тора. Шуға ла был ғаилә хаҡлы рәүештә байрам конкурстарының «Атай йортона тоғролоҡ һаҡлап» номинацияһында билдәләнеп үтте.
Гармун телдәре әкрен генә ауыл тарихын бәйән иткән, өлкәндәргә уларҙың йәш сағын иҫкә төшөргән төҫлө. Замандаштары, дуҫ-иштәре һәм балалары менән осраштырған байрамға бигерәк тә оло быуын вәкилдәре ҡыуанды.
Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ҡарһаҡлы һәм Һүрәм йылғалары буйына тәүҙә биш ғаилә килеп ултырған. Шуға ла Байдәүләтте Бишәй тип тә йөрөтәләр. 250 йыллығын билдәләгән бай тарихлы ауыл Үҫәргән олоҫоноң Орск өйәҙенә ҡараған. Ул ваҡытта ауыл старшинаһы Байдәүләт Аҡкөбәков булған. Күрәһең, ауыл исеме лә ошо старшинаға бәйле.
Гүзәл тәбиғәтле төбәктән бик күп күренекле шәхестәр сыҡҡан. Билдәле табиптар, ауыл хужалығы, мәғариф алдынғылары һәм башҡа һөнәр эйәләре. Улар араһында 23 йыл БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Файзулла Солтанов та бар. Әммә бөгөн ул хаҡһыҙ рәүештә онотолған.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендә байдәүләттәр ҙур булмаған, бер үк ваҡытта үҙенсәлекле лә фотокүргәҙмә булдырған. Бында тотош ауыл тарихы йәнләнә. Мәҫәлән, 80-се йылдарҙа төбәктә үткән «Ҡаҙ өмәһе», 50-се йылдар башында төшкән бесән ваҡыты һүрәтләнгән.

Байрамдың төп өлөшө ауылдаштарҙың яратҡан Сәкәй аҡланында дауам итте. Унда хеҙмәт алдынғылары, ауыл уңғандары тәбрикләнде. «Өлгөлө йорт», «Иң өлкән» һәм «Иң йәш ғаилә» һәм башҡа номинациялар еңеүселәре билдәләнде. Сәхнә түре райондың ижади коллективтары һәм һәүәҫкәр артистарға бирелде. Төбәктең йөҙөк ҡашына әйләнгән «Умырзая» ансамбле лә ауылдаштарға матур йырҙарын бүләк итте.
Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика