Бай тарихлы ауыл

Бай тарихлы ауыл 02.08.2014

Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылы 230 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бөгөн ни бары 200-гә яҡын кеше йәшәгән Дәүләтҡолда иленә һәм халҡына лайыҡлы хеҙмәт итеүсе күренекле шәхестәр тыуған.

Сәлимә Рахманғолова Дәүләтҡол ауылына 68 йыл элек килен булып төшкән. Ул дәүерҙә дәһшәтле һуғыш осоро була. Шуға ҡарамаҫтан, Сәлимә ханым тормош иптәше менән  ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сыға.  Бөгөн ағинәй йәштәргә үрнәк, балаларына терәк. Тормош иптәше менән алты тиҫтә йылдан ашыу  татыу  донъя көтөп йәшәүсе тыл ветераны  8 ейәнгә, 12 бүлә-бүләсәргә өләсәй. Әле уларҙа икеләтә байрам, ауылдың юбилейы ағинәйҙең ейәненең никахына тура килгән.
Дәүләтҡолға 1783 йылда нигеҙ һалына. Ул ваҡытта ауылда 36 йорт иҫәпләнгән. Ике быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ауыл һаҡланып ҡалған. Урындағы халыҡ  элек-электән белемгә ынтылып йәшәй. Ауылда тыуып үҫкән күренекле шәхестәр - быға асыҡ миҫал.
Дәүләтҡол - игенселәр ауылы. Бынан тыш, ауылда күренекле шәхестәр күп. Ошо йортта Башҡортостандың билдәле яҙыусыһы Булат Рафиҡов тыуған. Байрам уңайынан яҙыусыға таҡтаташ асылды.
Ауылдан сыҡҡан  абруйлы шәхестәрҙең береһе яҙыусы Булат Рафиҡовтың тыуғандары байрамға шәжәрәләрен әҙерләгән. Дәүләтҡолда әҙиптең ҡыҙҙары, туғандары йәшәй.
Мәләүез районында  2000-се йылда Булат Рафиҡов премияһы ла булдырылған. Йыл һайын ул мәғариф һәм  мәҙәниәт өлкәһендә уңышлы эшләүселәргә тапшырыла. Быйыл мәртәбәле бүләккә яҙыусы Сәлмән Яҡупов лайыҡ булды.
Юбилей Рәсәйҙең  төрлө  төбәктәренә таралған ауылдаштарҙы бергә  йыйҙы. Байрамда  хеҙмәт алдынғылары Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Ғаиләләр байрамға башҡорт милли аш-һыуынан бай табын да әҙерләгәйне. Аҡ тирмәләр майҙан биҙәгенә әйләнде. Сәхнә йыр-моңдан, шат тауыштарҙан  кискә тиклем гөрләп торҙо.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку