Батыр даны мәңгелек

Батыр даны мәңгелек 02.05.2015

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Бөрйән районынан фронтҡа ике меңдән ашыу кеше китә. Уларҙың 841-е яуҙа башын һала. Ата-бабаларының ҡаһарманлығына уларҙың улдары ла хыянат итмәй. Төрлө илдәрҙә тоҡанған ҡыҙыу нөктәләрҙә Бөрйән ир-егеттәре үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Ошо көндәрҙә төбәктә локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә стела асылды.

Бәхетле атай балаларын Афған һуғышы ваҡиғалары, йәшлек дуҫтары менән таныштыра. Иҫке Собханғол ауылынан Зәйтүн Мырҙағоловҡа төрлө милләт вәкилдәре менән бергә ҡораллы конфликтта ҡатнашырға тура килә. Бигерәк тә, батальонда украин егеттәре күп ине, ти ул. Миномет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт иткән уҙаман яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.
Йөҙләгән кеше район үҙәгенә йыйылып, Бөрйән өсөн оло тарихи ваҡиға шаһиты булды. Төбәктә Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә стела асылды.
Был башланғысты тәүгеләрҙән булып урындағы Афған һәм Чечен һуғыштарында ҡатнашыусылар тәҡдим итә. Стеланы булдырыуға ике йөҙ мең һумға яҡын аҡса йыйылып, бер йыл эсендә эш атҡарылып та сыға.
Ун йыл дауамында Афғанстанда  булған ғәскәрҙәрҙә  Башҡортостандан туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер хәрби бурысын үтәй, уларҙың 87-һе Бөрйәндән.
Тантанала яугир-интернационалистар стелаға сәскә һалып, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
Утлы-ғәрәсәтле йылдар һаман хәтерҙә. Бөрйәндең тиҫтәләгән егете Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Улар араһында Данис Ғөбәйҙуллин да була. Разведкала хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ ике тапҡыр «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән.
Бөрйән районынан локаль бәрелештәрҙә дүрт егет һәләк була, улар хаҡында яуҙаш дуҫтары онотмай. Хәтер һәйкәленең асылыуы ла быға асыҡ дәлил.
Яҡында ғына балалар баҡсаһы, мәктәп урынлашҡан. Тимәк, был стела үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһон арттырып, тыныслыҡтың мөһимлеген көн дә иҫкәртеп торасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку