Батырҙар онотолмай

Батырҙар онотолмай 23.06.2016

Бөгөн Миңлеғәле Шайморатовтың ,,Ҡыҙыл йондоҙ" ордены республикаға килтерелде. Награда республика башлығы ҡулына тапшырылды. Генералдың ордены Башҡортостанда һаҡланасаҡ.

Генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры.  Башҡортостанда  уның исемен мәңгеләштереү буйынса эшмәкәрлек тынғаны ла юҡ. Тәүҙә һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡ 112 се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары батыр генералға Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙәрен юллап  Мәскәүгә хат яҙа. Мөрәжәғәттәр йылдар үтеү менән дә тынмай. Һуңғыһын республика йәмәғәтселеге яңыраҡ башлап ебәрҙе. Тарихи ғәҙеллекте урынлаштырыуҙы һорап яҙылған хаттар аҫтына меңәрләгән ҡултамғалар йыйылды. Халыҡ ихтыяры 2015 йылда Рәсәйҙең Мәҙәниәт министры Владимир Мединскийға ла еткерелде. Генералдың тыуған төйәгендә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашырға килгән Мәскәү ҡунағының  арҙаҡлы шәхесебеҙ тураһында әйткән  йылы һүҙҙәре тарихҡа инеп ҡалды

Рәсәй геройы исемен биреү тураһында әле аныҡ ҡарар ҡабул ителмәһә лә, уның исемн мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Генералдың исеме Өфө урамдарының береһенә, Затон биҫтәһендә урынлашҡан махсус тәғәйенләнеш отрядына бирелде, тыуған ауылында уға һәйкәл асылды, генералдың һыны ,,Еңеү" паркындағы мемориалға ла урынлаштырылды. Иң мөһиме Миңлеғәле  Шайморатов  һәм ул етәкләгән башҡорт атлы дивизияһының шанлы яу юлын, тарихын өйрәнеү буйынса етди ғилми-тикшеренеү эштәре башҡарылды. Яңыраҡ үҙәк архивтарҙа мөһим документтар табылды. Генерал үҙе тере саҡта  тапшырылып өлгөрөлмәгән ,,Ҡыҙыл йондоҙ" ордены бөгөн Өфөгә килтерелде. Әлегә тиклем йәшерен грифы аҫтында һаҡланған документтар һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа   бирелгән дәүләт наградаһы республика башлығы ҡулына тапшырылды.

Ҡиммәтле аманат хәҙер Башҡортостанда һаҡланасаҡ. Батыр генералдың исемен мәңгеләштереү эше артабан да дауам итәсәк.

Миңлеғәле Шайморатов халҡыбыҙҙың батыр улы. Олоһо ла кесеһе лә һаман да  уға тартыла. Тарихи ғәҙеллек урынлаштырыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итеүселәр һис кенә лә кәмемәй.  Йылдар үтеп, быуаттарҙы быуаттар алыштырһа ла уның исеме онотолмай. Ысын геройҙар  һәр ваҡыт халҡы менән бергә, уның күңеленең түрендә тигән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барҙыр, ахыры.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика