Батырға - һәйкәл 17.07.2017

Бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районы йәмәғәтселеге Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир-полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар Иҫәкәев  хөрмәтенә ҡала уртаһында монументаль һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен индергәйне. Быйыл Баймаҡта ҡала көнөн билдәләгәндә, таш һынды асыу тантанаһы үтте.

Алдар батыр, тархан дәрәжәһендәге шәхес, башҡорт ихтилалдары етәксеһе. XVII быуат аҙағында рус армияһының Ҡырым һәм  Азов походтарында ҡатнаша. 1696 йылда Петр I уға вариҫи тарханлыҡ грамотаһы һәм алтын яҙыулы көмөш ҡынлы ҡылыс бүләк итә. Алдар Иҫәкәевтың батырлығын  ҡыҫҡаса ошолай билдәләргә була. Район хакимиәте урындағы халыҡтың мөрәжәғәтен хуплай, батырға һәйкәл ҡойоуҙы ойоштора. Монументаль һын Алдар батыр һәм башҡорт атын һынландыра.

Яҡташыбыҙ Алдар Иҫәкәев - халҡыбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш етәксеһе милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Кинйә Арыҫланов һәм башҡа тарихи шәхестәр менән бер рәттә торған батыр. Уның  Баймаҡ ҡалаһының үҙәк урамдарында батырлығын һынландырған скульптура экспозицияһы бик лайыҡлы тип иҫәпләй урындағылар.

Ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан һәйкәл халҡыбыҙҙың тарихын ололау, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе күтәреү, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә башҡарылған ҙур эш булырына  ышанғы килә, сөнки Алдар батыр - арҙаҡлы яҡташыбыҙ ғына түгел, бөтөн башҡорт халҡының милли геройы һәм ғорурлығы ла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика