Батҡаҡтан ҡотҡарыу - батып барыусыларҙың үҙенең эше

Батҡаҡтан ҡотҡарыу - батып барыусыларҙың үҙенең эше 22.09.2016

Өфөнөң Йәшел Үҙән урамында йәшәүселәр юлдың сифатһыҙ булыуына зарлана. Был проблема менән улар төрлө инстанцияларға күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итә. Әммә һорау бөгөнгәсә асыҡ ҡала. Хатта һайлау алды бәйгеһендә алтын тауҙар вәғәҙә иткән дә депутататтар ҙа үҙ һүҙендә тормаған. Әле лә туҡтауһыҙ яуып торған ямғырҙар урындағы халыҡ өсөн баш бәләһенә әйләнгән.

Йәшел Үҙән урамында йәшәүселәр үҙҙәрен бер ҙә генә баш ҡала кешеләре итеп хис итмәй. Сөнки адрес буйынса Өфөлә торһалар ҙа, бындағы шарттар иң төпкөл ауылдарҙан да ҡалышмай. Халыҡ айырыуса юлдарҙың насар булыуына зарлана. Сөнки ямғыр яуып үткән көндәрҙә улар тубыҡтан бысраҡ кисеп йөрөргә мәжбүр.  
Ярҙам һорап урындағы халыҡ төрлө инстанцияларға күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итә. Әммә әлегә тиклем уларҙы ишетеүсе табылмаған. Бәлки, яңы һайланған депутаттар үҙ вәғәҙәләрендә ҡалыр тигән ышаныста, Йәшел Үҙән урамында йәшәүселәр. Сөнки быға тиклемге ҡала Советы депутаттары ябай кешеләрҙең проблемаһын хәл итергә ашыҡмаған.  
Цивилизация менән бәйләнеш ошо ерҙә өҙөлә, ти урындағы халыҡ. Сөнки асфальт юлды артабан саҡыр-соҡорҙар дауам итә. Йыл һайын хужалар үҙ көстәре менән был участкаға төҙөлөш ҡалдыҡтары түгеп ҡарай. Әммә ямғырҙар яуып үтеү менән бар проблема киренән өҫкә ҡалҡып сыға.
Юлһыҙлыҡ бәләһе  ҙур фажиғәләргә килтереүе лә ихтимал. Сөнки ут сыға ҡалған осраҡта янғын һүндереүсе машиналарҙың батып ултырмаясағына бер кем дә гарантия бирә алмай.  Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамының сирлеләргә килеп етеүе лә икеле. Ә инде такси хеҙмәте тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Флүр Ғәниев, Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:  «Хужалар был участканы төҙөлөш планы ваҡытында үҙләштергән. Башҡа урамдарға  капиталь ремонт башҡарған ваҡытта был урындан йөк автомобилдәре йөрөнө. Шуға ла эштәрҙе бер аҙ һуңғараҡҡа ҡалдырырға тура килде. Шулай ҙа проблема оҙаҡламай ыңғай хәл ителер тип уйлайым. Бының өсөн көндәрҙең яҡшы тороуы мөһим».  
Был аҙнала республикаға йылы көндәр әйләнеп ҡайта. Тимәк, оҙаҡламай Йәшел Үҙән урамында йәшәүселәрҙең проблемаһы ла хәл ителә башлаясаҡ, тигән ышаныс бар. Әммә бының өсөн юл төҙөүселәргә ашығырға тура киләсәк. Сөнки синоптиктар фаразлауынса, «әбейҙәр сыуағы» быйыл оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика