«Башнефть» компанияһының элекке етәксеһе Урал Рәхимовты ҡайтарыу өсөн Рәсәй Австрия властарына мөрәжәғәт итте

«Башнефть» компанияһының элекке етәксеһе Урал Рәхимовты ҡайтарыу өсөн Рәсәй Австрия властарына мөрәжәғәт итте 19.05.2015

Был турала «Интерфакс» мәғлүмәттәренән билдәле булды. Федераль киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, Урал Рәхимов инде оҙайлы ваҡыт Австрияла йәшәй һәм тикшереү органдарынан йәшертен тормош алып бара. Рәсәйҙә ул ҙур сумманы урлап тотоноуҙа ғәйепләнә. Рәхимовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм ул ситтән тороп ҡулға алынған. Ғәйепләнеүсене халыҡ-ара эҙләү бара. Тикшереү эше 28 июлгәсә оҙайтылды.

«Башнефть» акцияларын законһыҙ һатыуға ҡаршы эш 2014 йылдың апрелендә асылғайны. Шул уҡ йылдың авгусында  БашТЭК акцияларын АФК «Система»ға һатыу осрағы буйынса тағы ла бер енәйәт эше ҡуҙғатылды. Былтыр октябрҙә Мәскәүҙең арбитраж суды «Башнефть» закон боҙоуҙар юлы менән хосусилаштырылыуын асыҡланы һәм «Система»нан  нефть компанияһының акцияларын тартып алырға ҡушты. Декабрҙә АФК «Башнефть»те дәүләткә ҡайтарҙы һәм  быйыл ул февралдә   активтарҙы һатыусы, Рәхимовҡа яҡын торған струтура – «Урал-Инвест» менән судлашып 70 миллиард һумдан ашыу аҡсаны түләтеп алырға тейеш ине. Әммә яҡтар  мартта уртаҡ тел табып килешеү төҙөнө. Әлеге документҡа ярашлы, «Урал-инвест» «Система»ға 46 миллиард ярым һум аҡса түләне. «Система» үҙ сиратында «Урал» фондының хәйриә проекттары өсөн 4 миллиард 600 миллион һумды  түләргә йөкләмә алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку