Башланғыс халыҡтан сығырға тейеш

Башланғыс халыҡтан сығырға тейеш 23.08.2014

Бөтә Донъя банкы ҡарамағындағы «Муниципаль» проект конкурсында еңеү яулаған төбәктәр исемлеге билдәләнде. Хәҙер 70-кә яҡын ауыл биләмәһе үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн  субсидия аласаҡ. Әммә бының өсөн  проект хаҡының кәмендә 3-5 проценты урындан йыйылырға тейеш.  

«Муниципаль» проект конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән Ташбулат ауылы халҡы урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя.  Бының өсөн бер миллион ярым самаһы аҡса талап ителә. Әммә конкурс талаптарына ярашлы, ошо сумманың 3-5 проценты урындағы халыҡтан йыйылырға тейеш. Шуға ла ташбулаттар танылған яҡташтарын саҡырып, мәрхәмәтлек концерты үткәрергә ҡарар иткән.
Мәрхәмәтлек концертынан республиканың башҡа билдәле сәнғәт йондоҙҙары ла ситтә ҡалманы.  Улар фекеренсә, заманса мәҙәниәт йорттарындағы сығыштар башҡарыусыларға ла, килгән тамашасыға ла күтәренке кәйеф бүләк итә.  
Йыр-моң һәм бейеүҙәрҙән тыш, сарала һәр кемгә  үҙенең һаулығын тикшертеү мөмкинлеге лә бирелде.  Ә инде һатып алынған билеттар буйынса лоторея уйнатылды.  
Конкурста еңеү яулаған ауыл биләмәләре өсөн республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленәсәк. Ҡалған 42 миллион һумды урындағы халыҡ һәм бағыусылар табырға тейеш. Әбйәлил районынан конкурсҡа 19 ғариза ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә 12 проект беренсе этапты уңышлы үткән.  Бар талаптарҙы ла теүәл үтәгәндә, улар үҙ проектарын быйыл уҡ ғәмәлгә ашыра башлай аласаҡ.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика