Башҡортса свайп клавиатураһы  донъя күрҙе 06.04.2016

Уны Ҡытай белгестәре ярҙамында Сибай ҡалаһында йәшәүсе Рәил Сәлимов эшләгән. Әле уны Андроид системаһында эшләүсе кеҫә телефондары һәм планшет компъютерҙарында ҡулланыу мөмкин.  Башҡортса яҙыу мөмкинлеге биргән шрифттар быға тиклем дә бар ине, әммә Кика тип аталған свайп клавиатура ҡулланыусыларға киң  мөмкинлектәр аса.

Башҡаларынан айырмалы свайп клавиатура бармаҡтарҙы экрандан айырмайынса яҙыу мөмкинлеге бирә.Өйрәнеп алғанда уның ярҙамында хәбәр яҙыу күпкә еңелерәк һәм тиҙерәк тә. Әүҙем интернет ҡулланыусылар , социаль селтәрҙәрҙә йыш ултырыусылар был алымды ыңғай баһалаясаҡ, ти Раил.
Раил үҙе лә әүҙем интернет ҡулланыусылар рәтендә.  Башҡорт шрифты менән яңы клавиатура эшләргә социаль селтәрҙәрҙә үҙ телендә иркен аралашыу теләге этәргән. Юҡһа, виртуаль киңлектәрҙә хәбәрләшеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти егет.
Свайп клавиатура булдырыу теләге менән  ул төрлө илдә эшләүсе белгестәргә мөрәжәғәт итә.  Уның башланғысын Ҡытайҙар күтәреп ала.  Раил һүҙлек төҙөй, сит ил белгестәре иһә  клавиатураның  программаһына индерә бара. Әйткәндәй, әле лә эштәр дауам итә. Һүҙлект тулыландырыла, хаталар төҙәтелә.
Эш барышында Ҡытайҙар башҡорт теле менән шул тиклем мауығып китә, хатта был турала сюжет төшөрәләр,  газета журанлдарға яҙалар. Был видеояҙма  Америка ҡушма штаттарында СС тв каналында күрһәтелә. Кадрҙа Сибай урамдары, хәбәрсе Рәсәйҙә иҫ киткес моңло телле башҡорт тигән милләт йәшәүе хаҡында һөйләй.
Ҡытай белгестәре Раил Сәлимов менән артабан да хеҙмәттәшлек итеү теләге белдергән. Әле башҡорт егете Рәсәйҙәге башҡа телдәрҙе лә Кика клавиатураһына индереү өҫтөндә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика