Башҡортостандың үҙйөрөшлө техник сараларын күҙәтеү инспекцияһы һунарға сыға

Башҡортостандың үҙйөрөшлө техник сараларын күҙәтеү инспекцияһы һунарға сыға 20.01.2015

Ведомство белгестәре ял итеүҙә ҡулланылыусы ҡаргиҙәрҙәрҙең техник торошон тикшерә. Йылдағыса, инспекторҙар транспорт сараһының теркәүҙә тороу-тормауына, хужаһының  идара итеү хоҡуғы булыу-булмауына иғтибар итә.  

Ҡырмыҫҡалы ауылында ҡаргиҙәр менән идара итеү хоҡуғына сираттағы имтихан ҡабул ителә. Теләүселәр икәү. Егеттәр теорияны уңышлы тапшырған,  сиратта оҫталыҡты иҫбатлау бурысы тора. Юнир Әнәсов, мәҫәлән, ҡаргиҙәрҙе балыҡҡа, һунарға йөрөү өсөн ҡулланмаҡсы.
Ошонда уҡ  инспекция хеҙмәткәрҙәре ҡаргиҙәрҙәрҙең техник торошон тикшерә. Билдәле булыуынса, үҙйөрөшлө техника бындай процедураны йыл һайын  үтергә тейеш. Инспекторҙар ҡаргиҙәрҙең теркәүҙә тороуона, рөхсәт ҡағыҙҙары булыуына, техник торошона иғтибар итә.
Артабан техник тикшереүҙе уңышлы үткән транспорт хужаһына тейешле талон бирелә. «Ҡаргиҙәр» операцияһы 19 ғинурҙан алып бер ай дауам итә. Инспекторҙар ошо ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк транспорт сараһын тикшерергә иҫәп тота.
Йыл һайын Башҡортостанда ҡаргиҙәрҙәр менән бәйле 4-5 кешенең йәрәхәтләнеү, йә һәләк булыу осрағы теркәлә. Инспекторҙар ҡеүәтле техника ҡулланыусыларға мөмкин тиклем һағыраҡ булырға кәңәш итә.
Республикала үтеүсе «Ҡаргиҙәр» операцияһы Башҡортостандың техник сараларҙы күҙәтеү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекциялары тарафынан ойошторолған. Уның сиктәрендә инспекторҙар инде яландарға сыҡҡан ҡаргиҙәрҙәрҙе генә түгел, ялға юлланыусыларҙы ла тикшерә. Сөнки ҡаргиҙәрҙе ташыу ҡағиҙәһен боҙоу юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарға килтереүе мөмкин.
Тәү сиратта ҡаргиҙәр хужаһының уны йөрөтөү өсөн махсус тағылмаһы булырға тейеш. Уның эсендә транспортты беркетеү ҡоролмалары ла булыуы мотлаҡ. Ҡағиҙәләр теүәл үтәлгән осраҡта ғына ял күңелһеҙ тамамланмаҫ тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку