Башҡортостандың ветерандар советында яңы рәйес

Башҡортостандың ветерандар советында яңы рәйес 12.11.2015

Ул быға тиклем Өфөнөң Совет районы ойошмаһын етәкләгән Валерий Шәрипов. Советтың яңы рәйесе бөгөн баш ҡалала үткән кәңәшмәлә һайланды. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған делегаттар мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе, биш йыллыҡ эшмәкәрлеккә  йомғаҡ яһаны.

Венера Һиҙиәтованың буш ултырған ваҡытын күрмәҫһең. Бала сағынан уҡ ауыр эшкә өйрәнгән ханым әле лә тиктормаҫ. Ул балалыҡ йылдарын ҡәһәрле һуғыш урлаған быуын вәкиле. Венера Һиҙиәтова һал ағыҙыуҙа, колхозда тиҙәк һуғыуҙа һәм башҡа баҫыу эштәрендә ҡатнаша. Бигерәк тә консерва заводында бил бөгөү хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды, ти ҡатын.
Венера Һиҙиәтова хеҙмәт ветераны. Быға ярашлы, льготаларға эйә, пенсия ала. Тылда ал-ял белмәй эшләгәндәр ҙә Еңеү яулауға тос өлөш индергән. Шуға ла хеҙмәт ветерандарын фронтта булған иптәштәре менән тиңләргә кәрәк тигән тәҡдимдәр йыш яңғырай.  
Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Башҡортостан ветерандары советының сираттағы ултырышында тикшерелде. Әлеге көндә республикала миллиондан ашыу ветеран йәшәй. Уларҙың мәнфәғәтен кәңәшмәлә 208 делегат яҡланы. Бында ветерандарҙы борсоған төрлө һорауҙар күтәрелде. Улар араһында иң көнүҙәктәре -  торлаҡ менән тәьмин итеү, пенсия, льготалар.
Ултырышта һөҙөмтәле эшләп килеүсе ветерандар ҙа билдәләнде. Сәстәренә сал төшкән уҙамандар бер ҙә йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмай. Улар йәш быуын менән тығыҙ аралаша, «Батырлыҡ дәрестәрендә» ҡатнашып, илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку