Башҡортостандың урман хужалығы ветераны  Әхмәт Хәлфетдинов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 02.07.2015

Ул тиҫтә йылдар дауамында Әбйәлил районының Хәмит урмансылығында намыҫлы хеҙмәт итә.

Оло юбилейы уңайынан Әхмәт Хәлфетдин улына  тармаҡ үҫешендәге ҡаҙаныштары өсөн Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡтың Маҡтау ҡағыҙы менән Башҡортостан Урман хужалығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Әхмәт Хәлфетдинов 1915 йылдың 1 июлендә тыуған. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан. Ул айырым элемтәселәрҙең Беренсе  Балтика фронтында 354-се уҡсылар полкында телеграфсы була. Смоленск, Киев, Воронеж, Брянск, Харьков ҡалаларын, Курск дуғаһын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.  Һуғыш ветеранының күкрәген  II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары биҙәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика