Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Өфөнөң һыу баҫыу зонаһына ингән биҫтәләрен барланы 25.03.2017

Исемлек һыу кимәленең күтәрелеүенә ярашлы төҙөлгән. Мәҫәлән, яҙ һайын Ағиҙелдең иҫке үҙәне ташыу һөҙөмтәһендә Козарез ҡасабаһына юлды һыу баҫа - бының өсөн һыу кимәленең 500 сантиметрға күтәрелеүе лә етә. Әгәр ул 900 сантиметрға күтәрелһә, Кооператив ялан биҫтәһендәге 524 йорт, шул иҫәптән 34-се мәктәп һәм поликлиника биләмәһе һыу аҫтында ҡаласаҡ.

Ҡариҙел йылғаһының 750 сантиметрға тиклем күтәрелеүе Калинин районындағы «Йылға таңдары»  профилакторийына юлды ябасаҡ. 950 сантиметрға етһә, Шакша, Максимовка, Инорс биҫтәләрендә йәшәгән 865 кешегә хәүеф янай. Былтыр Ағиҙелдә боҙ аҙна-ун көнгә алдараҡ - 3 апрелдә китә башланы. Быйылғы ташҡынға күҙаллауҙар киләһе аҙна башында билдәле буласаҡ. Табиптар билдәләүенсә, был мәлдә шулай уҡ һыуға батыу, һыуыҡ тейҙереү ҡурҡынысынан тыш, төрлө инфекцияларҙы эләктереү хәүефе лә арта. Һыу баҫҡанда вируслы А гепатиты, эсәк инфекциялары, туляремия, лептоспироз кеүек ауырыуҙарҙы эләктереү ҡурҡынысы көслө. Улар, ғәҙәттә, крандан йәки ҡоҙоҡтан һыу эскәндә йоға. Шуға ла белгестәр был осорҙа халыҡты ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика