Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлектәре 30.07.2014

Ҡыйғы районында йәшәүсе Илдус Ҡужин төбәктең хозур тәбиғәтенән  ярайһы ғына килем алып була, тип иҫәпләй. 23 йәшлек йүнсел эшҡыуарлыҡты ябай ике катамарандан башлай. Әй йылғаһы буйлап йөҙөүҙе яйға һалғас, ул тәүгеләрҙән булып төбәктә туристик база төҙөүгә ирешә. Ә инде быйыл ҡыш тау-саңғыһы комплексы асыуҙы планлаштыра.

Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла тынмай. Эшселәр мунса төҙөй. Эҫе пар туристарҙы күпләп йәлеп итеүҙең бер шарты. Ә инде Әй йылғаһы буйлап катамарандарҙа йөҙөү ял итеүселәргә кинәнес биргән төп йүнәлештәрҙең береһе. Сөнки был Ҡыйғы районында үҫешкән спорт төрҙәренән һанала. Йылға ағымы ла әллә ни көслө түгел, тәбиғәте лә хозур. Күңелле ял сәғәттәре өсөн туристик  базала барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Ял итеүселәргә һауа торошоноң болоҡһоп тороуы ла кәртә була алмай, күрәһең. Күрше төбәктән килгән бер төркөм йәштәр шешлек бешерә.  Илдар Хановтың ял үҙәгенә тәүге килеүе түгел.
Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл 23 йәшлек Илдус Ҡужин ике катамаран һатып алып дуҫтары менән бергә йылғала йөҙә. Кәмәләрҙе ҡуртымға ла биргән. Эше алға киткәс, егет төбәктең ташландыҡ алма баҡсаһын милеккә алыуға ирешә. Ике йыл эсендә туристар өсөн ике йорт күтәргән, тағы өсәүһе төҙөлөү өҫтөндә.
Туристик база үҙәгендә төп иғтибарҙы карапты хәтерләткән йорт йәлеп итә. Әлеге ваҡытта ул алтмыш процентҡаса әҙер. Туристарҙың ялын күңелле һәм файҙалы ойоштороу өсөн карап тирәләй бассейн төҙөү ҡаралған. Әле башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Көн бер аҙ яҡшырғас, төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
Караптың эсе үҙенсәлекле бер дизайнға нигеҙләнеп эшләнәсәк. Барыһы ла уйланылған. Мәҫәлән, тышта буласаҡ бассейн һыуын күҙ уңында тотоп түшәм асыҡ күк төҫтән һайланылған. Төрлө мәжлестәр уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән карапта, әлбиттә, семәрле көнкүреш әйберҙәре лә урынлаштырыласаҡ. Киләсәккә пландар бының менән сикләнмәй, ти база етәксеһе Илдус Ҡужин.
Тимәк, барыһы ла алда. Туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, базаның йыл әйләнәһенә эшләйәсәгенә әле үк нигеҙ һалынған. Хыялдарҙы бойомға ашырырға ғына ҡала. Ул да булһа Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә лә ял итерлек урын бар икәнлеген иҫбатлау.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку