Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында төҙөкләндереү эштәре дауам итә 05.09.2014

Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, 4 сентябргә 1 мең 39 төп зыян күргән ағас киҫелгән, 340 йорт ихатаһы емереклектән таҙартылған, 7 мең 322 кубометр сүп-сар йыйылған, 14 километр оҙонлоғондағы  урам тәртипкә килтерелгән.

Бынан тыш, 149 йорттоң ҡыйығы йүнәтелгән, 135 өйҙөң тәҙрәләре яңыртылған. Төҙөкләндереү эштәренә 504 кеше һәм  47 берәмек техника йәлеп ителгән. Электр уты һәм зәңгәр яғыулыҡ менән зыян күргән барлыҡ ауылдар ҙа тоташтырылған. Бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамға Краснокама районында 688 ғариза ҡабул ителгән.
Шулай уҡ  финанс ярҙам һорап мөлкәтенең бер өлөшөн юғалтҡан 187 кеше, ә тулыһынса юғалтҡан 127 кеше мөрәжәғәт иткән. Ваҡытлыса йәшәү пунктында әле туғыҙ кешенән торған ике ғаилә йәшәй. Краснокама һәм Яңауыл райондарында барлығы 2 мең 520 кешегә иҫәпләнгән ошондай 15 пункт ойошторолған. Ҡарый ауылында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу өсөн палаткалы лагерь төҙөлгән. Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә санитар-эпидемиологик хәл тотороҡло, инфекция менән ауырыусылар теркәлмәгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика