Башҡортостандың төбәк операторы күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итә

Башҡортостандың төбәк операторы күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итә 07.11.2014

Быйыл программа сиктәрендә республикала 600-гә яҡын бинаны рәткә килтереү ҡаралған. Уларҙың күбеһендә эш теүәлләнгән. Баш ҡалала бөгөн капиталь төҙөкләндереүҙән һуң 5 йорт тапшырылды.  

Ренат көн дә төшкө ашты өйөнә ҡайтып ашарға күнеккән. Тормош иптәше эштә булғанға, тамаҡты ла үҙе хәстәрләй. Элегерәк, йортта электр сымдары иҫке булыу сәбәпле, сәйнүк менән микротулҡынлы мейесте бер үк ваҡытта эшләтеп булмай ине, ти ул. Патрондар көсөргәнештән атылып сығыр булған.
Ренат Бохәрмәтов, йортта йәшәүсе: «Төшкө ашҡа ҡайтһаң, ашарға йылытыу бәләгә әйләнә торғайны. Тәүҙә микротулҡынлы мейесте йылытаһың, һуңынан сәй ҡайнатаһың. Ә ваҡыт һанаулы, тиҙ генә ҡапҡылап эшкә йүгерергә кәрәк».
Әле фатир хужалары был бәләнән ҡотолған. Капиталь төҙөкләндереү программаһына ингән йортта ремонт үткән. Электр сымдары тулыһынса яңыртылған, бинаның тышы ҡабаттан һыланып, буялған. Үҙгәрештәргә торлаҡта йәшәүселәр шатланып бөтә алмай. Капиталь төҙөкләндереү Башҡортостандың төбәк операторы фонды тарафынан алып барыла. Йыл дауамында ойошма төҙөкләндереүгә мохтаж йорттарҙы билдәләй. Ә эште тәү сиратта нимәнән башларға кәрәк икәнлеген халыҡ үҙе хәл итә. Программа сиктәрендә күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын, фасадын рәтләү, инженер һәм электр селтәрҙәрен яңыртыу ҡаралған. Был йорт та капиталь төҙөкләндереү программаһана инеүгә ирешкән. Хәҙер бында йылы һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү һәм канализация торбалары тулыһынса алмаштырылған. Сереп бөткән коммуникациялар урынына яңы пропилен торбалар үткәрелгән. Был рәүешле инженер селтәрҙәре мәсьәләһе кәмендә 50 йылға хәл ителгән. Быйыл программа буйынса республикала 500-ҙән ашыу йортто төҙөкләндереү ҡаралған. Төбәк операторы эштәрҙе ваҡытында тамамларға вәғәҙә итә. Объекттарҙы махсус комиссия ҡабул итәсәк. Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика