Башҡортостандың социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды быйыл 60 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡ

Башҡортостандың социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды быйыл 60 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡ 04.08.2014

Киләһе йылдарҙа улар планды яҡынса ун тапҡырға арттырырға ниәтләй. Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа фонд етәксеһе Дамир Миңлебаев белдерҙе. Әле  республикала социаль торлаҡтың бер квадрат метры  32 мең ярым һум күләмендә билдәләнгән.  Әммә белгестәр өсөнсө кварталда уның бер аҙ артасағын күҙаллай. Хаҡтарҙың үҫеүен  нисек тә булһа кәметеү маҡсатында күптән түгел Башҡортостан депутаттары башланғысы менән илдең «Ер кодексы»на үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, хәҙер муниципалитеттар социаль торлаҡ төҙөүсе ойошмаларға ерҙе бушлай бирергә бурыслы.  

Дамир Миңлебаев, Башҡортостандың социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды етәксеһе: «Торлаҡҡа хаҡ күтәрелеүе ихтыяждың артыуына, тәҡдимдең ҡәнәғәтләнерлек булмауына бәйле. Шуға ла беҙҙең алда киләһе өс-дүрт йыл эсендә социаль торлаҡ төҙөлөшөн 500 мең квадрат метрға тиклем еткереү бурысы тора. «Ер кодексы»на индерелгән үҙгәрештәр иһә  сиратта тороусылар һанын кәметергә ҙур ярҙам буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку