Башҡортостандың күркәм райондарының береһе Бөрйәндә агротуризмды үҫтереү мәсьәләһе Республика Хөкүмәте иғтибары үҙәгендә ҡала

Башҡортостандың күркәм райондарының береһе Бөрйәндә агротуризмды үҫтереү мәсьәләһе Республика Хөкүмәте иғтибары үҙәгендә ҡала 24.06.2015

Әле  районда барған төҙөлөш эштәре лә иҡтисади-социаль үҫештең  бер күрһәткесе.  

Туристик маршруттарҙан тыш,  Бөрйән районында  социаль йүнәлештәге төҙөлөштәр әүҙем бара. Премьер-министр урынбаҫары Ильшат Тажетдинов етәкселегендәге эшсе төркөм ошо объекттарҙы ҡараны.  Иҫке Собханғол ауылында  мәктәп ҡайтанан төҙөкләндерелә һәм   учреждение эргәһенә 120 урынлыҡ интернат төҙөү эштәре бара. Сөнки яны укыу йылына бында күрше ауылдарҙан балалар килеп  белем аласаҡ.  Шулай уҡ райондың беренсе һанлы балалар баҡсаһына ла капиталь ремонт эштәре үткәрелә.  
Районда туристарҙың күп булыуы уңайынан Ағиҙел ярында урынлаштырылған «Юлбарыҫ» ҡунаҡханаһын төҙөү ҙә бик урынлылыр. Ул 138 ял итеүсене ҡабул итә ала. Бүлмәләрҙә бар уңайлыҡтар булдырылған, хаҡтар ҙа тешләшмәй. Ҡунаҡхананы төҙөү 10 кеше өсөн эш урыны  булдырған.  Данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенән өс саҡрым алыҫлыҡта «Морат Туғай» туристар кемпингы ла иғтибар үҙәгендә ҡала. Туристик база бынан ике йыл элек төҙөлә башлай. Бөгөн кемпинг бер юлы 92 ял итеүсене хеҙмәтләндерә ала.  Ошо көндәрҙә «Морат-туғай» ҙа Башҡортостандың төрлө район вәкилдәре туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Был уҡыуҙар үҙ һөҙөмтәһен  бирер тигән теләктә ойоштороусылар
Районда туризм йүнәлешен үҫтереү, бөрйәндәр өсөн дә көн үҙәгендә ҡала. Районда туризмды үҫтереү, малсылыҡ, умартасылыҡ тармаҡтары - район халҡы тормошон яҡшыртыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр биргән төп йүнәлештәр
Төбәктә агро, экология, этно, мәҙәни, иҫтәлекле, танып белеү һәм башҡа йүнәлештәге туризмды үҫтереү мөмкинлеге ҙур. Туризм ул күңел асыу ғына түгел, ә һәр төбәктең иҡтисади тармағын үҫтереүҙең бер юлы һанала.
Рузилә Вахитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку