Башҡортостандың иң яҡшы лагеры

Башҡортостандың иң яҡшы лагеры 27.08.2014

Йәй дауамында Мәғариф министрлығы вәкилдәренән торған комиссия  төбәктәрҙә урынлашҡан лагерь эшмәкәрлектәре менән яҡындан танышты.

Улар тәү сиратта сәләмәтләндереү учреждениеларының матди-техник базаһына һәм балаларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлде. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, быйыл республикала  ҡала ситендәге 95  лагерь эшләне. Йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы барышында йәмғеһе 380 мең самаһы бала һәм үҫмер ял итеү мөмкинлеге алды. Конкурс барышында Мәғариф министрлығы белгестәре Әбйәлил районында урынлашҡан «Ирәндек» лагерында ла булды. Улар фекеренсә, төбәктәге учреждение бәйге талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был лагерь хатта Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә лә лайыҡлы яҡлай аласаҡ.
Былтыр лагерҙа ремонт эштәрен дауам итеү өсөн республика бюджетынан 12 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Был суммаға дүрт корпус тулыһынса реконструкцияланған, ашханаға  ҙур төкөтмә эшләнгән. Шуға ла быйыл лагерҙа ял итеүсе балалар һанын арттырырға мөмкинлек тыуған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку