Башҡортостандың биш ауылында алкоголь законлы рәүештә һатыуҙан алыныуы ихтимал

Башҡортостандың биш ауылында алкоголь законлы рәүештә һатыуҙан алыныуы ихтимал 16.01.2016

Башланғысты Күгәрсен районының Ялсы ауыл биләмәһе халҡы күтәреп сыҡҡан, әле улар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға  мөрөжәғәт иткән.

Башҡорт өҫтәл артына ултырһа ике самауыр сәй эсә, тип шаярталар. Хоҙайбирҙелә ла тап шулай, ауыл магазиндарында был эсемлеккә башҡа альтернатива юҡ тиергә була. Хәмер һатылмай. Кәштәләрҙә хатта, тәмәке лә күрмәҫһең. Урындағы эшҡыуарҙар халыҡтың һаулығы өсөн көрәшә. Йүнселдәр хәҙер алкоголь һатыуҙың файҙаһы ул тиклем юҡ тип иҫәпләй.
Ялсы һәм Түбәнге Һапаш ауылдарында ла ошондай уҡ хәл. Урамдарҙы айыҡлыҡҡа өндәүсе яҙыуҙар, плакаттар биҙәй. Магазин кәштәләрендәге спиртлы эсемлектәрҙе бөтөрөү халыҡтың теләге тип аңлаталар бында. Ялсы ауыл биләмәһендә закон кимәлендә хәмер һатыуҙы тыйыу өсөн урындағыларҙың фекере өйрәнелгән.
300-гә яҡын кешенән ни бары 6-7-һе генә сикләүгә ҡаршы сыҡҡан. Бәғзеләр алкоголь һатылмаһа халыҡ самогон ҡыуа башлаясаҡ тигән фекер белдергән. Уларҙың береһе - почта магазинында эшләүсе Шәүрә Әбйәлилова. Әйткәндәй, бында әле һыраның һуңғы партияһы һатыла. Эсеүҙе барыбер бөтәһе лә ташламаясаҡ, ни булһа ла ағыуланыусылар булмаһын, ти ул.
Эскелек менән көрәш ауыл  советы етәкселеге һәм халыҡ кимәлендә бара. Халыҡ балалар иҫеректәрҙе, магазин кәштәләрендә алкоголде күрмәһә, ҙур ихтималлыҡ менән киләсәктә йәшел йылан ҡолона әйләнмәҫ тип өмөтләнә.
Спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу законлы булһын өсөн Ялсы ауыл советы халҡы депутаттарға ла мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың алкоголь продукцияһы әйләнеше тураһындағы закон айырым бер ауылда бындай сикләү индереү мөмкинлеген бирә. Мәсьәләне депутаттар яҙғы сессия ултырышында тикшерәсәк.
Закон ҡабул ителгән осраҡта уны боҙоп алкоголь һатыусыларға штраф һалынасаҡ. Шул уҡ ваҡытта эсеүҙе бер кем дә тыймай, хәмерҙе ситтән килтереү рөхсәт ителә. Ләкин бөгөн үк бындай күренештәр юҡ кимәлендә.
Ялсы ауыл советы магазиндарында инде бер нисә йыл алкоголь һатылмай. Магазин кәштәләренән хәмерҙең юҡҡа сығыуы үҙенән үҙе килеп сыҡҡан процесс тиергә лә була, сөнки халыҡ бында айыҡ тормош һайлай. Һәм әгәр ҙә тейешле закон ҡабул ителһә, ул был күренеште легалләштерәсәк кенә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика