Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә тәүге ҡар яуҙы 08.10.2015

Йылдағыса көтмәгәндә...

Тәүлек ярым яуған  ҡар Баҡалы районында автоһәүәҫкәрҙәргә лә, йорт хужаларына ярайһы ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, күптәр иртән йорт ҡапҡаларын көрәп асырға мәжбүр була, ҡар ҡатламы ярты метрға етә яҙа.  Туймазы, Кушнаренко , Илеш һәм Дүртөйлө райондарында ла тәүге ҡар ҡар юлдағылар өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур һынауға әйләнде. Ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсеп өлгөрмәгән автоһәүәҫкәрҙәр боҙлауыҡлы юлда ыҙаланы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм синоптиктар  иҫкәртеүенсә, тәүге ҡар бөгөн Өфөлә лә көтөлә. Фараздарға ярашлы, епшек ҡар яуыуы һәм елдең  көсәйеүе ихтимал. Водителдәргә тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика