Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, архитектор Михаил Мазинға - 90 йәш

Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, архитектор  Михаил Мазинға - 90 йәш 06.03.2015

Михаил Павлович  республика ҡалаларының заманса  архитектураһын булдырыуҙа ифрат ҙур хеҙмәт   күрһәткән   шәхес.  Өфөләге  мөһим  объекттарҙың күбеһенең авторы. Улар иҫәбендә Дәүләт  Йыйылыш-Ҡоролтай бинаһы,  Нефтсе мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт  филармонияһы һәм башҡалар.

Күп йылдар «Башнефтепроект» институтында баш архитектор булып эшләй. Өфөләге тәүге туғыҙ ҡатлы  һәм Сорғот ҡалаһындағы тәүге биш ҡатлы йортто  төҙөүҙә ҡатнаша. Бынан тыш, хеҙмәттәштәре менән бергә эшләгән поекттар буйынса Төмән, Октябрьский, Урай, Нижневартовск, Нефтеюганск һәм башҡа ҡалаларҙа  объекттар төҙөлгән. Михаил Мазин бик күп билдәле  архитекторҙарҙы тәрбиәләгән, ейән-ейәнсәрҙәре лә уның юлын дауам итә. Минск ҡалаһында тыуған, Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. 1956 йылдан бирле Рәсәйҙең архитекторҙар союзы ағзаһы.
Михаил Мазин, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең архитекторҙар союзы ағзаһы: «Беҙгә Нефтсе мәҙәниәт һарайын  шәхси проект  буйынса төҙөргә рөхсәт иттеләр. Уға оҡшаған объект Ҡаҙағстанда бар.  Уларҙа бинаның  ишек алдындағы ҡыйығы алғы өлөшөндә генә, ә беҙ уны һарайҙы  әйләндереп эшләнек. . Урыны ентекле һайланды.   Үҙәктәге, Башҡортостан ҡунаҡханаһына ҡаршы  ер иң яҡшыһы тип табылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку