Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Мәстүрә Cәхәүетдинова эшмәкәрлегендә ил тарихы сағыла 01.04.2017

Азат ҡатын менән ил яҙмышы бер-береһенән айырылғыһыҙ. Башҡортостан ҡалаларының йөҙөн булдырыуға һәм граждандар төҙөлөшөнә тос өлөш индергән беренсе башҡорт ҡатын-ҡыҙ архитекторының исемен мәңгеләштереүҙә ни өсөн һүлпәнлек күрһәтелә? Өфө урамдарының береһен Мәстүрә Сәхәүетдинова исеме менән атау, ҡала үҙәгендә һәйкәл ҡуйыу күптән өлгөргән мәсьәлә.

Биографияһының күп факттары һоҡланғыс һәм күптәр көнләшерлек. Мәстүрә Сәхәүетдинова илебеҙ тарихында булған мөһим ваҡиғалар: революция һәм граждандар һуғышы йылдары, йәш Совет дәүләтен төҙөү һәм нығытыу ваҡиғалары уртаһында ҡайнап йәшәй. Уның етәкселегендә бер-бер артлы Башҡортостан ҡалалары үҫеп сыға. Яҡташтары ҡыйғы еренең аҫыл ҡыҙы тураһында бары тик йылы иҫтәлектәр һаҡлай.
Мәстүрә Сәхәүетдинова 1903 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында тыуа. Туғыҙ йәшендә үкһеҙ етем ҡала. Мөхәмәтрәхим ағаһы ярҙамы менән Ҡыйғы башланғыс ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбен тамамлай. Һуңынан малайҙар гимназияһында ла белем ала. Йылдар ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Мәстүрә бирешмәй, тик бишле билдәләренә генә өлгәшә. Һуңынан 1917 йылда Өфөлә уҡытыусылар семинарияһында уҡыуын дауам итә. Революция йылдары ваҡиғалары арҡаһында семинария ябыла һәм ул Златоуст ҡалаһына белем эстәргә юллана.1919 йылда Златоуст педагогия техникумын уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын Үрге Ҡыйғы волость ревкомында идарасы булып башлай. 1920-1927 йылдарҙа партия эше менән мәшғүл була.
1936 йылда Мәскәүҙә хәрби инженерия академияһын тамамлап Башҡортостанға инженер-архитектор булып эшкә ҡайта. Бөтә ил, шул иҫәптән Башҡортостан да төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ул һайлаған инженер -архитектор һөнәре иң кәрәклеләрҙән һанала. «Башпроект»та Мәскәү һәм Ленинград ҡалаһынан командировкаға килеүсе архитекторҙар башҡорт ҡыҙын яҡты сырай менән ҡаршылайҙар. Билдәле архитекторҙың ҡулы һәм күҙ нурҙары тейгән изге ҡомартҡылар яҡындары тарафынан бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлана.
Илдар Нуртдинов, Мәстүрә Сәхәүетдинованың туғаны: «Был альбомды өлөсәйем үҙ ҡулдары менән гуашь ярҙамында яҙған. Милли нағыштарҙы ул бөтә Башҡортостан буйлап туплаған. «Ватан» этнопаркын төҙөгәндә ошо нағыштарҙы ҡулландыҡ. Киләсәктә беҙ был хеҙмәтте ҙурыраҡ тираж менән сығарырға иҫәпләйбеҙ. Был хеҙмәт бик боронғо, йылдар үтһә лә өләсәйемдең эштәре актуаллеген юғалтмай».
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәстүрә Низам ҡыҙы Халыҡ комисарҙары советы рәйесе булараҡ, эвакуацияланған предприятиеларҙы урынлаштырыуға етәкселек итә. Ун ете йыл дауамында БАССР Халыҡ комиссарҙары эргәһендәге архитектура эше буйынса идаралыҡ етәксеһе йөгөн тарта. Ете йыл Башҡортостан архитекторҙар союзын етәкләй. Ҙур яуаплылыҡ, көсөргәнешле аҡыл эше талап ителә унан. Тормош иптәше лә Бөйөк Ватан һуғышында башын һала. Мәстүрә Низам ҡыҙы ҡайғыларға бирешмәй, эшенән йыуаныс таба. Яҡташы крайҙы өйрәнеүсе Рәмил Асҡаров Мәстүрә Сәхәүетдинова менән тығыҙ аралашып йәшәй. Юғары вазифалар биләгән яҡташы менән таныштырырға йыш ҡына мәктәп уҡыусыларын да алып килә.
Илебеҙҙең иң яҡшы уҡыу йорттарының береһендә белем алған инженер архитектор Өфөнөң генераль планын төҙөүгә, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Күмертау ,Сибай , Учалы ҡалаларының һәм тыуған ере Үрге Ҡыйғы ауылының генераль паланын проектлауға ҙур өлөш индерә. Ҡалалар йәшәрә, үҫә бара, уның тормошо тынғыһыҙ хеҙмәттә үтә. Юғары профессионал, эшлекле, кешелекле ханым йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй, яҡташтары менән осрашырға ла форсат таба.
Мәстүрә Сәхәүетдинова БАССР-ҙың бер-нисә саҡырылыш ,Юғары һәм ҡала Советы депутаты ,Коммуналь хужалыҡ министры була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, ике тапҡыр Почет билдәһе ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Тыуған яғында Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова исеме менән район үҙәгендәге урам аталған, сквер төҙөлгән. Башҡортостан ҡалаларының күркәм йөҙө, граждандар төҙөлөшө өсөн ҙур көс һалған легендар шәхес, билдәле архитекторға Өфөлә һәйкәл ҡуйып, исемен мәңгеләштереү өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Сирек быуат элек билдәле башҡорт архитеторы Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова менән ошо йортта уның фатирында осрашыу-аралашыу бәхете тейҙе. Оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙа эшләүсе ҡатын-ҡыҙ -легенда ихласлығы, бөхтәлеге һәм талапсанлығы менән хәтерҙә ҡалған. Башҡортостан ҡалаларының генераль планын төҙөүсе архитектор үҙе иҫән сағында барлыҡ документтарын, тарихи биографияһын, фотоһүрәттәрен Дәүләт архивы фондына тапшырған. Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән тынғы белмәҫ шәхестең архив материалдарын беҙгә, журналистарға, ентекле өйрәнеп, эҙләнәһе лә, эҙләнәһе....

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика