Башҡортостандың 69 ауыл биләмәһе Бөтә донъя банкы ойошторған «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» конкурсында еңеүсе тип табылды 06.08.2014

Был ауылдар көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам аласаҡ. Бының өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 60 миллион һум сығым ҡаралған.

Республикала пилот проекты булараҡ башланған программала ҡатнашырға Башҡортостандың ете районы теләк белдергән. Улар башлыса көньяҡ төбәктәр. Дөйөм алғанда, 102 миллион һумлыҡ 116 проект тәҡдим ителгән. Конкурсҡа юл һалдырыу, мәҙәниәт объекттары төҙөтөү, зыяраттарҙы төҙөкләндереү кеүек проекттар ебәрелгән. Финанс ярҙам алыу мөмкинлегенең төп шарты - урындағы бюджеттан һәм халыҡтан да аҡса йыйылырға тейеш. Ауыл халҡына сығымдарҙың ни бары өс проценты тура килә. Уның ҡарауы, халыҡ үҙе теләгән мәсьәләне хәл итеү хоҡуғына эйә, ти конкурста ҡатнашыусылар.
Бөтә донъя банкының «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» 60 илдә ғәмәлгә ашырыла. Рәсәйҙә ул пилот проекты булараҡ Ставрополь, Киров, Тверь, Түбәнге Новгород , Хабаровск өлкәләре һәм Башҡортостанда башланды. Киләһе йылдарҙа конкурс нигеҙендә бүленгән аҡсаларҙы арттырыу ҙа ҡарала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика