Башҡортостандың 100 йыллығына 100 автобус!

Башҡортостандың 100 йыллығына 100 автобус! 23.12.2016

Бөгөн Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына яңы автобустар тапшырыу тантанаһы үтте. Газ яғыулығында эшләгән 100 «НефАЗ» федераль инвестиция программаһы сиктәрендә бюджет аҡсаһына һатып алынған.

Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры: «Башавтотранс» предприятиеһына автобустар тапшырыу тантанаһы республиканың 100 йыллығын үткәреүгә  әҙерлек программаһы сиктәрендә үткәрелде.Транспорт менән хеҙмәтләндереүҙ е яҡшыртыу төп бурыстарҙың береһе. Ул  ҡалаларыбыҙҙың, бигерәк тә Өфөнөң  экологик хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк».
Газ дизель яғыулығына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ, пассажир ташыусы ике тапҡырға кәмерәк аҡса сарыф итәсәк. «НефАЗдар» техниканың һуңғы ҡаҙанышы буйынса эшләнгән, пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Салон иркен, таҙа. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә махсус урындар бар, автобусҡа инеү ҙә ҡаршылыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Автобустар  Башҡортостан предприятиеһында етештерелгән, уларҙы үҙебеҙҙең баҙарҙа һатып алыу иҡтисади һөҙөмтә бирә. Йәмәғәт транспорты Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡала маршруттары буйынса йөрөйәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика