Башҡортостандан ялға осҡан һәм ялға йыйынған кешеләр туристик агентлыҡ эшмәкәрлегенән зыян күргән

Башҡортостандан ялға осҡан һәм ялға йыйынған кешеләр туристик  агентлыҡ эшмәкәрлегенән зыян күргән 10.08.2015

Благовещен ҡалаһында үҙ клиенттарына ожмахтағылай яҡшы ял вәғәҙә итеүсе «Эдем» туристик агентлығы оҙаҡ йылдар буйына уңышлы эшләй. Бәләкәй ҡалала халыҡ бер-береһен яҡшы белә.  Шуға ла путевкаларҙы күпләп ошо фирма аша ала. Әммә уңышлы эшләүселәргә күҙ тейә. Улар йәй башынан тоғро клиенттарын юғалта башлай. Бөгөнгө көнгә ете кеше хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Табип  Земфира Дауытова ҡыҙының мәктәпте уңышлы тамамлауын һәм медицина университетына уҡырға инеүен  сит илгә ял менән дәртләндерергә була. «Эдем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Төркиәлә ял итер өсөн 104 һумға  ике кешелек путевка һатып ала. Турист белдереүенсә, 3 августа улар директор-менеджер менән ваучерҙар һәм самолетҡа электрон билеттар алыу өсөн осрашырға тейеш була. Әммә 7 августҡа тиклем уларҙың телефонына бер кем дә яуап бирмәй, офистары бикле булып сыға.
Земфира Дауытова, зыян күреүсе турист: «Беҙ күптәнге таныш кешенән путевка алабыҙ, йәнәһе. Балалар бергә үҫте, балалар баҡсаһына ла бергә йөрөнөләр. Беҙҙең аҡсалар маҡсатлы ҡулланылмаған. Екатерина белдереүенсә, ул аҡсаны икенсе иҫәпкә күсергән».
Фирма етәксеһен көткән арала, тағы ла  дәғүә белдереүсе бер нисә кеше өҫтәлде... Туристик фирма эшмәкәрлегенән зыян күргән клиенттарҙан ҙур ғына суммала аҡса алынған, улар араһында Рәсәй курорттарын да, сит илдәрҙе  һайлаусылар ҙа  бар. Әммә улар ҙа боҙолған ял һәм түгелгән сығымдар өсөн яуап биреүселәрҙе осрата алманы.
Игорь Шабалин, зыян күреүсе турист: «Беҙҙә лә шул уҡ хәл. Ғаилә менән бергәләп ял итеү күптәнге хыялыбыҙ ине. Ниһайәт, бөтә эшебеҙҙе ҡалдырып, 15-cе июлдә путевка өсөн 112 мең һум аҡса күсерҙек. Ете көнлөк ялға  путевка ла, ваучерҙар ҙа юҡ. Ҡулыбыҙҙа ике яҡлы килешеү генә бар.  Мин мотлаҡ рәүештә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итәсәкмен».
Еевгения Скрябина, зыян күреүсе турист: «25 августа Абхазиялағы ялым өсөн 30 мең аҡса бирҙем. Екатерина Карачева миңә ун  көндән һуң Өфөләге агентлыҡҡа шылтыратып автобуста урын белешергә кәрәк тине. Шылтыраттым, әммә унда һеҙҙең путевка өсөн аҡса күсерелмәгән, исемлектә юҡһығыҙ тип яуапланылар». Благовещен ҡалаһында туристик фирма эшмәкәрлегендә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ хаҡында  Республика буйынса эске эштәр министрлығының мтабуғат хеҙмәте аңлатмаһы....
Александр Шутов, республика буйынса эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: « Благовещен районы эске эштәр идаралығы бүлегенә турагентлыҡ етәкселеге эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүәләр белдереп ғаризалар ҡабул ителгән. Фирма хужаларының эшмәкәрлеген асыҡлау маҡсатында әле финанс документтары тикшерелә».
Бөгөн кис  ҡыҙы менән Төркиәгә ялға осорға тейеш  Земфира Дауытова ла  хаҡлыҡ эҙләй. Уны тәфтиш бүлегенә аңлатма биреү өсөн саҡырғандар. Ҡатын ғәҙҙеллеккә  бары тик суд аша ғына  ирешергә була тип иҫәпләй.
«Эдем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә Екатерина Карачева үҙен гел генә директор тип танытҡан. Уның алдашыуы  клиенттар бер-бер артлы төп башына ултыра башлағас та асыҡлана. Баҡтиһәң, ул эшләгән турфирманың хужаһы бөтөнләй икенсе кеше булып сыға. Мутлашыу юлына баҫҡан ҡатын клиенттарҙан ҙур хаҡ алып, уңайлыҡтары сикле булған отелдәргә путевкалар һатҡан. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку