Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының иҫәбе тағы берәүгә артты

Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының иҫәбе тағы берәүгә артты 13.03.2015

Ул  Дәүләтов Бакир Рәхим улы, Башҡортостандың Благовар районынды тыуып үҫкән яҡташыбыҙ 1936 йылда Тажикстанға  күсеп киткән була, һуғышҡа ла шунан алына.

Бакир Рәхим улы  Дәүләтов   фронтҡа 1941 йылда уҡ китә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы  составында һуғыша. Белорусияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.  Ҡаһарман яугир  1944 йылда ҡаты яраланып  госпиталгә эләгә,  ике аяғын юғалта,  Еңеү яҙын да дауаханала ҡаршы ала. Һуғыштан һуң Бакир Рәхимов Тажикстанда төпләнә, колхоз рәйесе булып эшләй.  Яҡташыбыҙ  1982 йылда вафат була. Әле Герой йәшәгән Турсонзаде ҡалаһы мәктәптәренең береһенә Бакир Рәхимовтың исеме бирелгән.   Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ошо көндәрҙә Тажикстанға эш сәфәре менән барғанда Геройҙың ҡәберендә була. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы  Бакир Рәхимовҡа бюст ҡуйыу өсөн матди ярҙам күрһәтә, шулай уҡ  депутат ике аралағы бәйләнештәрҙе нығытырға кәрәк тип иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика