Башҡортостанда «Яңы йөҙҙәр» проекты эш башланы

Башҡортостанда «Яңы йөҙҙәр»  проекты эш башланы 29.09.2015

Интернет сәхифә әүҙем гражданлыҡ позицияһы, йәмәғәт, фәнни, коммерция йәки сәйәси проекттары булған ҡулланыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ярҙамы менән тормошҡа ашырылған  проекттар  башҡа төбәктәрҙә лә бар.  Беҙҙә ул яңы ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан,  башланғыстар тәҡдим итеүселәр буйынса илдә беренсе урында.

«Яңы йөҙҙәр» интернет проектында теләгән һәр кем үҙ башланғысын тәҡдим итә ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, илдең төрлө төбәктәренән фекерҙәштәр табып идеяларҙы тормошҡа ашырыу күпкә еңелерәк. Сәхифәлә теркәлеүселәрҙең рейтингы ла билдәләнә.  Күпселектең иғтибарын йәлеп иткән башланғыстарға финанс ярҙам табыу ҙа еңелгә тура киләсәк.
Башҡортостанда «Яңы йөҙҙәр» яңыраҡ эш башлауына ҡарамаҫтан, үҙ проекттарын тәҡдим итеп  йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүселәр ҙә байтаҡ. Арсен Змннәтуллин мәҫәлән, проектҡа шәкәр диабеты менән яфаланыусы балаларға ярҙам итеү фонды ойоштороп ингән. Башланғысты хуплаусылар һәм был изге эштә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр ҙә табылған.
Арсен Зиннәтуллин, «Яңы йөҙҙәр» проектында ҡатнашыусы: «Шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларға ярҙам фонды 2012 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә дүрт йөҙҙән ашыу балаға төрлөсә ярҙам күрһәттек. Фестивалдәр , концерттар ойошторабыҙ һәм был аҡсаларға балаларға инсулин помпаһы һатып алабыҙ. Хәҙер беҙгә илдең башҡа төбәктәренән, Ҡаҙағстандан ҡушылырға теләк белдерәләр. «Яңы йөҙҙәр»  проектына инеү менән үҙебеҙҙе тотош итгә танытырға уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку