Башҡортостанда яңы хәрби комиссар 01.08.2016

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы бойороғо менән был вазифаға запастағы генерал-майор Харченко Игорь Михайлович тәғәйенләнде. Игорь Харченко 1957 йылда Луганск өлкәһе Перевальск ҡалаһында тыуған.

1979 йылда Якубовский исмендәге Киев юғары танк инженер училищеһын тамамлай.  Алыҫ Көнсығыш хәрби округы ғәскәрҙәрендә взвод командирынан өлкән офицер дәрәжәһенә тиклем үҫә. 1995 йылда бронетанк ғәскәрҙәре академияһын тамамлағас, Омск танк инженер институтында уҡыта. Себер хәрби округында, Алжир халыҡ демократик республикаһында хеҙмәт итә. 2012 йылда запасҡа сыҡҡас, Көнсығыш хәрби округы  Берләшкән стратегик командованиеһы төркөмө инспекторы, 2014-2015 йылдарҙа Йемен Республикаһында Рәсәй хәрби белгестәре төркөмө етәксеһе була. Игорь Харченко хәрби хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» ордены миҙалы, башҡа наградалар менән бүләкләнгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика