Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 20 проценттан ашыуы торлаҡты капиталь төҙөкләндереү өсөн аҡса түләмәй 07.08.2015

Шул уҡ ваҡытта квартал һайын намыҫлы фатир хужалары ла арта. Был хаҡта бөгөн «Республика төбәк операторы» фондының генераль директоры Борис Герасимов хәбәр итте. 10 августан талаптар ҡәтғи үҙгәрә. Бынан ары капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлаусыларға пеня һәм штраф һала башлай. Бөгөн Күмертау ҡалаһы иң яҡшы иҫәпләшеүсәләр иҫәбендә. Ҡалала йәшәүселәрҙең 82 проценты ваҡытында иҫәпләшә. Бурысы юғары булыусы ҡалалар иҫәбенә Ағиҙел менән Межгорье  инә. Бынан ары, капиталь ремонт өсөн түләмәүселәргә судҡа повестка ебәреләсәк.

Борис Герасимов,  «Республиканың төбәк операторы» фондының генераль директоры:  «Милекселәр 10 авгусҡаса иҫәпләшә алыу хоҡуғына эйә. Артабан бурыстар өсөн пеня һалына башлай. Улар дөйөм фондҡа индерелә һәм республиканың күп фатирлы йорттарын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика