Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүгә ғариза яҙа ала

Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүгә ғариза яҙа ала 09.12.2014

Торлаҡ-коммуналь өлкәлә яңы тарифтар билдәләнгәндән һуң Республика Хөкүмәте халыҡтың финанс сығымдарын еңеләйтеү өсөн, 1 июлдән төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә адреслы социаль түләүҙәр индерҙе. Был компенсация, берлектәге түләүҙәр күләме 12 процентҡа артыусыларға тәғәйенләнә. Дәүләт ярҙамы алыу өсөн 31 декабргә тиклем идарасы компанияға, күп функциялы үҙәктәргә йә иһә Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта адреслы социаль ярҙам юллаусыларҙың коммуналь хеҙмәттәргә бурысы булмаҫҡа тейеш. «БашРТС» компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 декабргә ҡарата идарасы компаниялар һәм физик шәхестәрҙең йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн бурысы 2 миллиард 600 миллион һумға еткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку