Башҡортостанда йәшәүсе украин ҡыҙы 20.08.2014

Белорет районының Бирҙеғол ауылында эшһөйәр, сабыр халыҡ йәшәй. Ауыл халҡы матур ғәҙәттәрҙе үҙ итә. Бирҙеғолдар эскелеккә көрәш башлау ниәтендә «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылырға теләк белдергән. Ҡыҫҡаһы, ауылдаштар тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Украинала барған ваҡиғаларҙы ла күҙәтеп бара, илдәге тынысһыҙлыҡ айырыуса 50-се йылдарҙа Бирҙеғолға күсеп килгән Лидия Муллағәләмованы борсоуға һала.

Инде ярты быуаттан ашыу Башҡортостанда йәшәүсе Лидия Дмитриевна телевизорҙан Украина тураһында һүҙ сығыу менән бөтә иғтибарын экранға йүнәлтә. Чернигов өлкәһендә тыуып үҫкән ханым - күптән Башҡортостан килене.
Лидия Дмитриевна магазинда эшләй, тормош иптәше менән алты бала үҫтерә. Оҙаҡ йылдар башҡорт ауылында йәшәгән ҡатын телде лә, милли аш-һыуҙарҙы ла яҡшы белә. Әлбиттә, үҙ тамырҙарын да онотмаған. Мәҫәлән, уларҙың йортон украин милли биҙәктәре сигелгән таҫтамалдар биҙәй.
Украин милләтенән булған Лидия Дмитриевна хәҙер инде ауыл ағинәһенә әйләнгән. Бирҙеғолдар  уны бик яҡшы ҡабул иткән. Ҡатын Ҡөрьән мәжлестәренән, дини байрамдарҙан да ситтә ҡалмай.  
Лидия Дмитриевнаның юғары мәҙәниәт, рух ныҡлығы тәрбиәләүенә йәшәгән мөхите лә ҙур өлөш индергән, күрәһең. Ауыл халҡы уңғанлығы, иплелеге менән айырылып тора. Күптән түгел йәмәғәтселек эскелеккә ҡаршы көрәшергә була. Мәсьәләгә ҡараш бер яҡлы ғына булмаһа ла, күпселек айыҡ тормошто хуп күрә.
Ауыл урамдарында эскән кешеләр күренмәүе, тормоштоң йәмле булыуы кемгә оҡшамаҫ. Бынан тыш, яҡын арала Бирҙеғолға Украина ҡунаҡтарын көтәләр. Сентябрҙә Лидия Дмитриевна 80 йәшлек юбилейын билдәләй, байрамға уның туғандары ла килергә тейеш. Сит ил ҡунаҡтары беҙҙең  ауылдарҙы тик яҡшы яҡтан ғына белһен ине.  
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика