Башҡортостанда йәшәүсе һәр ветеран Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары аласаҡ

Башҡортостанда  йәшәүсе һәр ветеран Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары аласаҡ 19.01.2015

Исемлек  Рәсәй Президенты ҡарары менән билдәләнгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, награда үҙе теләп ялланыусыларға, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына биреләсәк.

Был категорияға шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән награданыусы тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондары ла ҡарай.  Әле Башҡортостанда 82 меңгә яҡын ветеран һәм уларға тиңләштерелгәндәр йәшәй. Уларҙың алты меңгә яҡыны - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, 23 меңдән ашыуы - һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, 51 мең тыл хеҙмәтсәндәре һәм 205 концлагерь тотҡондары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку