Башҡортостанда йәнә Чупакабра күргәндәр

Башҡортостанда йәнә Чупакабра күргәндәр 16.12.2015

Был юлы мистик хайуанды Стәрлетамаҡ районының Подлесный ауылы янында осратҡандар. Уның юл аша йүгереп үткәнен автомобилдең видеотеркәү ҡоролмаһы төшөрөп алған.

Видеонан күренеүенсә, хайуан Башҡортостанда төпләнгән бер генә йәнлеккә лә оҡшамаған. Алғы аяҡтары артҡыһынан ҡыҫҡараҡ. Әҙерәк көнгөрәгә лә оҡшап тора. Ләкин йылы яҡ хайуандары беҙҙә йәшәмәй. Быйыл Шишмә районында ла Чупакабраның һөлдәһе табылыуы тураһында хәбәр иткәйнеләр. Туймазы районында ла был кәзә һәм аттарҙы тамаҡлаусы серле хайуанды күреүселәр табылды. Чупакабра испан теленән кәзәләрҙе һурыусы йәки кәзә вампиры тип тәржемә ителә. Уның барлығы тураһында фәнни дәлилдәр юҡ. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика