Башҡортостанда йәмәғәт университеттары барлыҡҡа киләсәк 19.02.2016

Республиканың йәмәғәт палатаһы сиктәрендә эшләйәсәк эксперт-консультация үҙәге урындарҙағы йәмәғәт ойошмалары ағзаларын уҡытыуға махсуслаша.  Ул онлайн режимда ла, урындарға сығып семинарҙар үткәреү режимдарында ла эшләйәсәк.

Әле республикала 5 меңдән ашыу йәмәғәт ойошмаһы иҫәпләнә. Ләкин уларҙың меңгә яҡыны ғына ниндәйҙер эшмәкәрлек алып бара. Граждандар институтын әүҙемләштереү көн талабы, ти белгестәр. Халыҡ үҙе ил менән  идара итеү эшенә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тейеш.
Илдар Бикбаев, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе: «Дүртенсе состав йәмәғәт палатаһы ағзалары үҙҙәре үк коммерция булмаған ойошмаларҙы берләштереү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе. Эксперттарыбыҙ алған тәжрибәһе менән муниципаль берәмектәргә йөрөп уртаҡлаша. Уҡыуҙарҙы урындарҙа ойоштороу башланғысы илдә тәүге күренеш. Хәҙерге сәйәсәт шарттарында  әүҙем граждандарҙың берләшеп дилбегәне үҙ ҡулына алыуы көн талабы».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика