Башҡортостанда һунар миҙгеле дауам итә 08.09.2015

Уның менән бергә хоҡуҡ һағында тороусыларҙың браконьерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейдтары ла даими ойойшторола.  Күләмле сараларға полицияның мобиль төркөмдәре һәм авиация ла йәлеп ителә.

Шәмбенең ямғырлы иртәһе күп кенә һунарсылар өсөн ҡош атыуҙан түгел, ә полиция һәм тәбиәғәтте һаҡлау ведомствоһы инспекторҙары менән осрашыуҙан башланды. Уларҙың тәүге талабы  буйынса һунар итергә яратыусылар рөхсәт ҡағыҙҙарын һәм атыу ҡоралдарын күрһәтергә бурыслы. Бындай рейдар республикала даими ойошторолоп килә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, һунар миҙгеле башынан алып һунарсылыҡты күҙәтеү  ведомствоһы полиция менән ойошторған  рейд ваҡытында  дүрт йөҙҙән ашыу һунарсы тикшерелгән, уларҙың  ун дүрте   рөхсәтһеҙ януар аулаған. Йыл башынан өс йөҙҙән ашыу һунарсы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Утыҙ өс мышы, биш ҡоралай, туғыҙ ҡабан һәм ике айыу законһыҙ  атып алынған. Тәбиғәткә зыян килтереүселәрҙән ике миллион һум күләмендә штраф түләтелгән.  Утыҙ кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика