Башҡортостанда цитрустар1990 йылдан үҫтерелә

Башҡортостанда цитрустар1990 йылдан үҫтерелә 01.04.2015

Беҙҙең  ерлеккә  лимондарҙы   урмансылар  династияһынан  булған  Фәриҙә  Садиҡова  Ташкент ҡалаһынан  алып ҡайта.

Өфө лимонарийында тәбиғәтте, урманды  яратҡан кеше  генә эшләй ала. Лимонарий тупһаһын атлап инеү менән  ҡарлы-боҙло яҙҙан йәйге сәхрәгә килеп эләгәһең. Йылы яратыусы үҫемлектәрҙең ниндәйе генә юҡ. Инжир, гранат, банан... Лимон ағастары ғына  мең төптән ашыу. Быйыл уларҙан өҫтәмә рәүештә 22  тоннанан артыҡ уңыш алынған. Импорт үҫентеләренән  Өфө лимондары һутлы, тәмле һәм файҙалы булыуы менән айырылып тора.
Элегерәк йылына ике тапҡыр уңыш алһалар, быйыл яңы технология ҡулланып өс тапҡыр емеш алыуға өлгәшкәндәр. Бигерәк тә Салауат сортлылары ишелеп уңған.
34 градус йылыла үҫеүсе  башҡорт емештәренең үҙенең ҙурлығы менән һоҡландыра. Лимон йыйыусы ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ әйәрмәй. Әйткәндәй, лимон йорт шарттарында шау-шыулы, ғауғалы нигеҙҙә бөтөнләй сәскә лә атмай, хатта, емеш тә бирмәй икән. Хуш еҫ бөркөп торған баҡсала эшләүсе ҡыҙҙар ниндәй бәхетле.
Өфө лимонарийында быйылғы уңышты ҡайҙа итергә  лә  белмәйҙәр. Иң ҙур емештең ауырлығы килограммадан ашыу. Бындай ауырлыҡ  менән хатта,  Гиннестың рекордтар китабына инеү ихтималлығы бар. Ә әлегә лимонарий хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға күмәртәләп һатыу өсөн заявкалар ҡабул итеү менән мәшғүл.
Илебеҙҙә импорт тауарҙарын алыштырыу тигән төшөнсә һәр эшҡыуарға таныш. Емеш-еләк менән кәсеп итеүсе сауҙагәрҙәргә бөгөнгө сығарылыш ҙур ярҙам күрһәтер тигән өмөттәбеҙ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку