Башҡортостанда "Трактор" операцияһы бара 19.07.2017

Август уртаһына тиклем дәүләт техник күҙәтеү хеҙмәте инспекторҙары үҙйөрөшлө техниканың торошон тикшерә. Рейдтарҙың береһендә беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.

Тракторсы Радмир Арыҫланов өсөн эш көнө протоколға ҡул ҡуйыуҙан башланды. Тикшереү барышында ул идара иткән техникала етешһеҙлектәр асыҡланды.

Марат Аманморатов сит ил техникаһы менән идара итә. Трактор заман талаптары буйынса эшләнгән, әммә ул да даими иғтибар талап итә.

Инспекторҙар менән аралашыу тракторсылар өсөн дә файҙалы. Тикшереү барышында техник етешһеҙлектәр генә асыҡланып ҡалмай, трактор менән файҙаланыуҙағы барлыҡ хаталар атала.

Операция барышында  тракторҙы теркәү ҡағиҙәләренең үтәлеше, дәүләт техник күҙәтеүен үтеп-үтмәүе, тракторсы таныҡлыҡтарына  иғтибар бүленә.

Рейд барышында инспекторҙар  махсус газ үлсәү ҡоролмалары менән дә эш итә. Уның  ярҙамында трактор бүлеп сығарған төтөндөң составы үлсәнә. Һауаны бысратыусыларға ла штраф һалына. Талап буйынса асыҡланған етешһеҙлектәр 10 көн эсендә бөтөрөлөргә тейеш.

Ана килә трактор, зинһар бабай йыраҡ тор. Егерменсе быуат башында ижад ителгән шиғри юлдарҙа ла үҙйөрөшлө техниканың хәүеф сығанағы булыуы тураһында иҫкәртелә.  Был һүҙҙәрҙең көнүҙәклеге заманыбыҙҙа ла юғалмаған. Трактор операцияһының да төп маҡсаты юлдарҙа именлекте тәьмин итеү. Быйыл ул 17 августҡа тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика