Башҡортостанда "Трактор" айлығы старт алды

Башҡортостанда "Трактор" айлығы старт алды 18.07.2016

Уның барышында үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙың техник торошо тикшереләсәк. Шулай уҡ транспорттың дәүләт техник тикшереү үтеүе тураһындағы талондары һәм тракторсыларҙың таныҡлыҡтарына иғтибар бирелә. Айлыҡты ойоштороу менән Башҡортостандың үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр транспорттың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм юл полицияһы шөғөлләнә.  

Урып-йыйыу эштәре етеү менән үҙйөрөшлө һәм тағылмалы техниканы, тракторҙарҙы көсөргәнешле ҡулланыу осоро башлана. Улар дөйөм файҙаланыштағы һәм баҫыу юлдарында йыш осрай. Һәм тап ошо мәлдә бындай  техникалар менән бәйле юл транспорты фажиғәләре һаны арта.  

Республикала “Трактор” операцияһы айлығы башланды. Сараның маҡсаты тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙы тағылмаларын ҡулланғанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

Гостехнадзор хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, трактор менән идара итеү алдынан һәр кеше бар документтарҙы һәм техниканың төҙөклөгөн тикшерергә бурыслы. Рәсми ҡағыҙҙар араһында техник күҙәтеү һәм теркәү таныҡлығы, страховкалау полисы, водителдең техника менән идара итеүгә хоҡуғы булырға тейеш. Кире осраҡта инспекция етди  саралар күрәсәк.

Трактор - ауылда төп ярҙамсы, унан башҡа ауыр эштәрҙең береһе лә башҡарылмай. Шуға күрә уның хәүефһеҙ эшләүе бик мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер трактор хужалары был мәсьәләгә етди ҡарамай.  

18 авгусҡа тиклем уҙғарылған айлыҡ барышында барлыҡ ауыл-ҡалаларҙа күҙәтеүҙәр ойоштороласаҡ. Техник күҙәтеү хеҙмәте белгестәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урындарҙа тейешле ҡағиҙәләрҙең нисек башҡарылыуын асыҡлай. Техниканың махсус танытмаһы, йә рулдә ултырыусының документтары теүәл булмаған осраҡта, административ штраф һалынасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика