Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө арта

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө арта 23.07.2014

Тәүге ярты йыллыҡта ғына республикала бер миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес һигеҙ процентҡа юғары. Был турала Рөстәм Хәмитов хөкүмәт ултырышында белдерҙе.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, төҙөлгән торлаҡтың күпселек өлөшө шәхси хужалыҡтарға тура килә. Был күренеште тағы ла йәнләндереү кәрәк, тине республика башлығы. Бының өсөн ер участкаларын бүлеү эшен әүҙемләштереү талап ителә. Тәү сиратта ташлама менән файҙаланыусылар тәьмин ителергә тейеш. Әле ундайҙар республикала 52 меңдән ашып киткән. Был исемлеккә тәү сиратта өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм башҡа граждандар инә. Башҡортостанда күп балалы 39 мең ғаилә иҫәпләнә . Шуларҙың 26 меңе иҫәпкә торған. 15 меңгә яҡыны бушлай ер участкаһы алған да инде. Республика был күрһәткестәр буйынса илдә алдынғы урындарҙа килә. Бынан тыш ташлама менән ер участкалары алыуға хеҙмәт геройҙары ла дәғүә итә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку