Башҡортостанда тағы ла 140 эскән водитель тотолдо

Башҡортостанда тағы ла 140 эскән водитель тотолдо 08.08.2015

Уларҙың алтауһы  руль артына икенсе тапҡыр эсеп ултырыусылар. Енәйәт Кодексының яңы статьяһына ярашлы, уларға хәҙер ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы янай. Бынан тыш, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 4 меңдән ашыу протокол төҙөлдө. Былар бөтәһе лә юл полицияһының йоманан шәмбегә ҡарай үткәргән рейд һөҙөмтәләре. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов иҫерек водителдәргә ҡаршы рейдта был юлы шәхсән ҡатнашты.

Водителдең ике литр араҡы эсеүе икеле, әммә, уның ҡырын тейәп алып руль артына ултырыуы бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Һөҙөмтәлә иргә бер ни тиклем ваҡытҡа водитель таныҡлығы менән хушлашып торорға һәм штраф түләргә тура киләсәк.
Рейд барышында, балалар хәүефһеҙлегенә лә айырым иғтибар бирелде.115 водителгә үҙ вариҫтарын махсус креслоһыҙ йөрөткәне өсөн штраф һалынды. Рейд тамам, ләкин ул һуңғыһы түгел. Яҡын арала инспекторҙар сираттағы рейдҡа сығыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку