Башҡортостанда Свердловск башҡорттарының мәҙәниәт көндәре башланды 22.04.2016

Сара бөгөн Өфөлә милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыу менән асылды.

Әлеге Сведловск өлкәһендә борон өпәй, ҡошсы, терһәк, һыҙғы башҡорт ырыуҙарының ерҙәре була. Бөгөнгө көндә лә тәбәктә  байтаҡ башҡорт ауылдары һаҡланып ҡалған. 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сведловск өлкәһендә  41 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән. Әммә 14 йыл элек үткән иҫәп компанияһы милләттәштәребеҙҙең кәмеүен күрһәткән. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, был күренеш башҡорт телендә  белем биреүҙең ни бары ике  мәктәптә генә ойошторолоуы һәм шулай уҡ халыҡтың үҙ тарихи тамырҙарына битарафлығына бәйле. Әммә үҙ милләтенең ысын патриоты булған әүҙем ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Свердловск  өлкәһендә башҡорт  йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең, телдең һаҡланып ҡалыуы тап ошо кешеләрҙең тырышлыҡ емеше. Улар үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса  даими эш алып бара, төрлө мәҙәни саралар ойоштора.  Башҡортостан яғынан да ярҙам күрһәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика